Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
20 Августа 2021, 09:30

"Ярайым тип йәшәмәне"

- Башҡорт журналистикаһының киләсәгенә килгәндә, был турала уйланыуҙар күңелде ҡыра. Үткер мәсьәләләр һирәк күтәрелә. Дөрөҫлөктө яҙырға яратҡан ҡыйыуҙарҙы яратмайҙар шул, уларға эләгеп кенә тора. Минең әллә нисә премияларҙан ҡалыуҙарымдың да сәбәбе шундарылыр, тип уйлайым. Хәҙер йәштәр башҡортса уҡып та бармай, шуға китаптарымды рус теленә әйләндереп баҫтырырға уйлайым. Ғөмүмән гәзит, китаптар уҡыусылар әҙ, йәштәр хәҙер көнө-төнө интернетта ултыра. Һеҙ редакцияла нисә кеше эшләйһегеҙ, өс кеше генә нисек гәзит сығара, башҡа һыймаҫлыҡ. 

"Ярайым тип йәшәмәне""Ярайым тип йәшәмәне"
"Ярайым тип йәшәмәне"

- «Һуғыш йылы балалары» темаһын беренселәрҙән булып күтәреп сыҡҡан кеше лә һеҙ, шуға бәйле, бөгөнгө көндә һуғыш йылы балаларына таратылған ҡағыҙҙарға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

- Ҡарашым нисек тип, быға ҡағылышлы билдәле генә бер нимә тип әйтеп тә булмай. Әле кисә генә Баймаҡтан курсташым шылтыратты, уның 90 йәшлек атаһына һуғыш балаһы тип, мең һум аҡса һәм «Һуғыш йылы балаһы» танытмаһын биргәндәр, исмаһам, биш мең дә түгел. Ауылдарҙа йәшәгән ул ҡарттарға был ҡағыҙ нимәгә кәрәк инде. Күптәре ауылдан да сыға алмай, ҡайһылары яңғыҙ, ҡайһыларын балалары ҡарай, ул ҡағыҙ менән килгән льготаларҙы улар барыбер ҡуллана алмай. Күбеһе ризаһыҙлыҡ белдерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уларҙы күреүҙәре, исемдәре сығыуы, миҙал биреүҙәре булһа ла күңелде йыуата. Илдә улар әҙ түгел бит, бәлки бөтәһенә лә түләп бөтөргә аҡсалары ла етмәйҙер. Шуға күрә был бик ҡатмарлы мәсьәлә.

Зөһрә апай Ҡотлогилдинаны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Юбиляр менән интервью тулыһынса бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас