Батырға ла ял кәрәк

- Районыбыҙ мәҙәниәт һарайында 1992 йылдан бирле эшләнем. Башта ябай киномеханик булдым. Бер ваҡытта ла эш һайлап торманыҡ, нимә ҡуштылар шуны башҡарҙыҡ. 

Батырға ла ял кәрәкБатырға ла ял кәрәк
Батырға ла ял кәрәк

Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалдыҡ. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға ирешергә күнегеп “Йәнтөйәк”, “Мираҫ”, “Аҡбуҙат”, “Етегән” кеүек фольклор ансамблдәрен төҙөнөк. Үҙем етәкләгән “Йәнтөйәк” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективында дуҫ эшләнек. Бай репертуарыбыҙҙа булған башҡорт халыҡ йырҙарын, һирәк башҡарыла торған, күңелгә ятышлы йырҙарҙы яратып башҡарҙыҡ. Әлбиттә, күңелеңде һалып башҡарған эшең менән хушлашыу ауыр, әммә тыныс күңел менән китәм. “Йәнтөйәк” киләсәктә тағы ла сәскә атыуына ышанам. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем матур итеп оҙатып ҡалдылар. Артабан да аралашып, осрашып торорға һөйләштек. Барыһы ла изге теләктәре менән рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалдылар. Үҙем дә йәштәргә һәр саҡ ярҙам итергә, белгәнемде өйрәтеп ҡалдырырға тырыштым.
Ихтирам иткәнегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Киләсәккә ҡуйған пландарым ҙур, был әлегә сер. Аҙыраҡ ял итәм дә, эшкә тотнасаҡмын, - ти Мәрйәм Юлдыбаева.

Тулы материал кисә гәзиттә сыҡты.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас