

...Бына миҙал биреп ташланылар. Атайсал тигән проектта еңгәнмен, баҡһаң. Рәхмәт. Яҡут күле тип күп йөрөлдө, был ял итеү урынын ярлылар өсөн тәғәйен урын тип әйтәм. Байҙар ял итергә урынды ҡайҙа ла таба Төрҡиәгә оса, ҡайта ла Янғантауға бара. Беҙҙең халыҡтың күбеһенә ундай ял тәтемәй, бына ошонда - Яҡут күленә килеп аҙыраҡ ятып ҡайтһа, бик яҡшы. Санаторийҙарҙа дауаланыу көнөнә 4-5 мең булһа, бында 100 һум түләп һаулыҡтарын нығытып, ял итеп ҡайтырға була. Беҙгә Дыуан, Нефтекама, Баймаҡ, Ырымбур - ҡайҙан ғына килмәйҙәр. Хоҙай биргән байлыҡ-ниғмәттәрҙән айырмаһын беребеҙҙе лә, иҫән булайыҡ.
Рәжәп Рамаҙан улы менән һөйләшеү тулы көйөнсә гәзиттең үткән һанында баҫылды.