"Юшатыр" гәзите үткәргән "Ай да Пушкин, ай да маладис" тәржемә конкурсын Рафиҡ ағай Әминев күҙәтеп барған. Әле килгәс, һоҡланыуын белдерҙе: бик шәп нәмә уйлап табып, ҙур эш башҡарҙығыҙ. Кемдең-кемдең, уның баһаһын ишетеү беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, быны Пушкин тип мөҡиббән киткән, бар ғүмерен бөйөк Шағирға бағышлаған кеше әйтә.
Рафиҡ ағай, кем беҙҙең конкурста ҡатнашҡан, шуларға Грамоталар алып килгән. Рәхмәт, беҙҙең эште, унан бигерәк, шиғриәт һөйөүсе уҡыусыларыбыҙҙы күрә һәм баһалай белгәнегеҙ өсөн. Һеҙ беҙгә тиңһеҙ һәйкәл һалдығыҙ.
...Беҙҙең конкурста ҡатнашҡан барыһы ла Грамоталары артынан килһен тип, көтөп ултырабыҙ.