Ләйсән Илшат ҡыҙы 18 йыл буйы Ермолаево спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Шәбағыштан йөрөп эшләй.
- Сатлама һыуыҡтарҙа юл буйында попутка көтөп торғандарым... - лауреат хәҙер быларҙы көлөп кенә иҫләй, ә ул саҡтарҙа... Һөнәрен яратмаған кеше күптән был эштән ҡасыр ине.
- Ермолаевонан йорт һатып аласаҡбыҙ, - тип пландары менән бүлеште Ләйсән беҙҙең менән, - уны ҡарап ҡуйҙыҡ инде. Барыһына ла ҙур рәхмәт, район еткәселегенә, Радий Фәрит улына һәм Альбина Имамоваға айырым рәхмәт - был ҡыҙ минең документтарым менән ныҡышып ултырҙы.