Все новости

“Дөйөм наградабыҙ”

Ренат Ғәли улы Төхфәтуллин: - - 1979 йылда 10-сы класты тамамлағас та колхозда эш башланым. Афғанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшемде тағы ла Киров хужалығында дауам иттем. Был тармаҡта эшләүемә хәҙер 40 йылдан да артыҡ ваҡыт үтеп киткән.

“Дөйөм наградабыҙ”
“Дөйөм наградабыҙ”

- 1979 йылда 10-сы класты тамамлағас та колхозда эш башланым. Афғанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, эшемде тағы ла Киров хужалығында дауам иттем. Был тармаҡта эшләүемә хәҙер 40 йылдан да артыҡ ваҡыт үтеп киткән.
Беҙҙе ҙурлап ҡотлауҙары өсөн район етәкселәренә, хужалығыбыҙ етәкселәренә рәхмәтлемен. Шулай уҡ коллективыма ла рәхмәттәрем сикһеҙ, сөнки был беҙҙең дөйөм эшебеҙ һәм дөйөм наградабыҙ. Йәйҙәр буйы өйгә ҡайтмай яландарҙа үтә күп ваҡыт. Шул саҡта мине аңлап, һәр саҡ терәгем булып, өйҙә балалар тәрбиләп, донъя көткән тормош иптәшем Фәниәгә лә еткерәм рәхмәт һүҙҙәремде. Ысынлап та яныңда ышаныслы тормош иптәшең булмаһа, донъя йөгөн яңғыҙың тартыуы ауыр. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем барлығына, эшем булыуына һөйөнөп йәшәйем.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: