Все новости

“Дөйөм наградабыҙ”

Фәнил РЫҪҠОЛОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен алыусы, “Ватан” хужалығы хеҙмәткәре:- “Ватан” хужалығында 20 йыл эшләйем. Ошонда тир түгеп үткән ғүмерем өсөн бер ҙә үкенмәйем, киреһенсә, тыуған еремдә эшләүем менән ғорурланам. 

“Дөйөм наградабыҙ”
“Дөйөм наградабыҙ”

. Хужалығыбыҙ етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтовҡа рәхмәтлемен. Беҙ уның менән шатлыҡта ла, ҡайғыла ла һәр саҡ бергәбеҙ. Коллективыбыҙға рәхмәт. Коллективыбыҙ бик ҙур түгел, шуғалыр ҙа һәр эште лә бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Ә был исемгә лайыҡ булымыда иң ҙур ролде тормош иптәшем Минисара уйнай. Мин һәр ваҡыт эштәмен, ә ул өйҙәге барлыҡ эштәрҙе лә үҙе башҡара. Өйҙә һирәк булһам да күңелем тыныс минең, сөнки өйҙә тырыш, бар нимәгә лә өлгөргән ышаныслы ҡатыным бар. Биш балабыҙ бар, улар инде хәҙер үҫеп, һәр ҡайһыһы үҙ-аллы йәшәйҙәр. Ҡыуанысыбыҙ, һөйөнөсөбөҙ булған 14 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә бар. Шул ғәзиздәребеҙ өсөн тыршып эшләйбеҙ, улар өсөн тырышып донъя көтәбеҙ. Киләсәктә лә иҫән-һау эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: