Все новости

“Дөйөм наградабыҙ”

Луциә ХӘСӘНОВА, Башҡортостан республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүсе, “Искра” хужалығы хеҙмәткәре:- Ғүмеремдең 43 йылы хужалығыбыҙҙа үтте. 1995 йылға тиклем ферма мөдире, зоотехник булдым, аҙаҡ малсылыҡ буйынса бухгалтер эшен башҡарҙым.

“Дөйөм наградабыҙ”
“Дөйөм наградабыҙ”

2000-се йылдан иҡтисадсы булып эшләйем. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да 8-се йыл хеҙмәт итәм. Ял итергә ваҡыт етте, быйыл эшемде ҡалдырырға уйлайым.
Хеҙмәтемде баһалап Республикабыҙҙың Почет грамотаһын тапшырғандары өсөн район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимовҡа, хужалығыбыҙ етәксеһе Рәмил Мостафинға, барлыҡ коллективыма рәхмәтлемен. Бергә кәңәшләшеп башҡарылған эштәрҙең генә һөҙөмтәһен күреп була. Һәр ҡайҙа ла тырышып эшләр, тырышып йәшәр кәрәк. Әгәр ҙә тырышмаһаң, берәү ҙә бер нимә лә килтереп тоттормаясаҡ.
Тормош булғас төрлө хәлдәр була: һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә. Минең менән дә шулай, торомош иптәшем вафат булыуына 26 йыл тулды. Донъяны терәктәрем булған улдарыбыҙ менән көтәбеҙ. Аллаға шөкөр, өлкән улым ғаиләһе менән янымда торалар. Киленем менән 20 йыл бер йортта татыу, матур йәшәүебеҙгә ҡыуанысымдың сиге юҡ. Икенсе улым Норильск ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән тормош көтә. Өйҙә мал-тыуар аҫрап, баҡса тулы емеш-еләк үҫтереп, бергәләшеп матур донъя көтәбеҙ.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: