Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
1 Декабря 2021, 13:26

Юлай сере

Юбилейы икәнен ишеткәс тә, уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. - Киләм, - тине. Уҡытыусы кеше бик пунктуаль була икән, унға килеп етәм тине, минут түгел, секунд телдәре теүәл ун булғайны....Ул ишекте асты ла. Юлай Камил улы Әмәкәсов. Юбилей тигәс, 45, уҙа барһа, 50-лер тиһәк, 60 булған икән, йылдар бындай шәхестәргә теймәй, тартынамы, әллә Юлай Камил улы күңеле менән йәш булғанға, үҙе һаман егеттәр һымаҡмы, әллә башҡа, әҙәм күҙенә күренмәҫ сере бармы - аңлап ҡара һин тәбиғәтте.

Юлай сере
Юлай сере
Бөгөн беҙ Юлай тәбиғәтенә, серенә, шулай ҙа, төшөнөргә батырсылыҡ иттек. 
БРГИ, РПЛИ, район мәғарифын етәкләү, әле Өфөлә коррекцион мәктәп-интернаты директоры булыу... Педагогик стажы 40 йыл икән, шуның 30 йылы етәкселектә. 
- Донъя булғас, дуҫы була, дошманы, һеҙҙең дошмандар барҙыр ҙа? 
- Күп түгел, әммә бар. 
- Уларҙы күргегеҙ киләме?
- Юҡ.
- Күрһәгеҙ, һаулыҡ һорашыр инегеҙме?
- Юҡ.
- Хатта ҡул да бирмәҫ инегеҙме?
- Юҡ. 
....Туҡһанынсы йылдарҙа, суверенитет сәскә атҡан ваҡытта, ул саҡтағы район башлығы Р. Әбдрәшитовҡа ҡаршы сыҡтым, йәш кенә малаймын, ябай уҡытыусы, ауылдар буйлап Раил Абдулла улына ҡаршы сығыш яһап йөрөйөм. Хәҙерге заман, бөгөнгө кешеләр булһа, мине тапап иҙеп, башҡаса тауышым да сыҡмаҫлыҡ итерҙәр ине - бер ваҡыт мине мәктәптә директор иттеләр.... 
Әңгәмә өс сәғәт барҙы. Ҡолас еткәнен гәзиттә баҫырбыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: