Все новости

Күптән кәрәк ине

Көнө аҙағында тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ. 

Күптән кәрәк ине
Күптән кәрәк ине

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошовҡа Көйөргәҙе районының Почтелы гражданины тигән исем бирергә ҡарар ҡылынды. Инициатива менән Яңы Таймаҫ гимназияһы һәм ауыл хакимиәте сығыш яһаған. 

Нимә әйтәһең, Өлфәт ағайҙың эштәре барыһы ла күҙ алдында, уның ҡойған һәйкәлдәрен һанап та бөтөрөрлөк түгел. Бына бөгөн уның үҙенә оло хөрмәт күрһәтергә булды район депутаттары. Быны ишеткән һәр береһе, моғайын, күптән кәрәк ине, тип уйлағандыр. 
Әлегә ҡотламай торабыҙ, һөйөнсө генә алабыҙ. Мәле еткәс, исем бирелер һәм барса халыҡ ихлас ҡотлар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: