Все новости

Тулҡынланабыҙ, көтәбеҙ

Ғүмер, нисек кенә булмаһын, үҙ ағышы менән аға. 

Тулҡынланабыҙ, көтәбеҙ
Тулҡынланабыҙ, көтәбеҙ

Төрлө ығы-зығы араһында беҙҙең бер нисек тә данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һәм онотмайбыҙ ҙа. Тиҙҙән Күмертауҙа "М. Исҡужин уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы шаулап уҙасаҡ. Ул февраль айында уҡ башланды, ә апрелдә, бөтөн эштәрҙе ҡарап, баһалап бөткәндән һуң, был мәртәбәле сараға нөктә ҡуйыласаҡ. Быйылғы уҡыуҙарҙың әһәмиәте лә юғары - М. Исҡужиндың тыуыуына 95 йыл тулыу мәленә тура килә. 

Мөхәмәт ағайҙың исемен йөрөткән прогимназия директоры Әнисә Түләгәнова дәртле баҫып йөрөй - сара шәп килеп сыҡмаҡсы. Фәнни эштәр ныҡ күп ти. Масштаб хәтәр. Көйөргәҙе районынан ғына бер эш тә юҡ икән, ниңәлер. Сәйер. 
- Мәғариф министрлығы менән берлектә үткәрелгән сараға республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан эштәр килә. Бигерәк тә Туймазы, Ҡырмыҫҡалы райондары әүҙемдәр, - ти Рима Арыҫланова Күмертау ҡалаһы Мәғариф идаралығы методисы.
Ҡыҫҡаһы, әҙерләнәбеҙ, көтәбеҙ, тулҡынланабыҙ. Изге эш - изге юлдың - аҙағы ла хәйерле булыр (Изге айға тура килә, етмәһә). 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: