Все новости

МӨХӘМӘТҒӘЛЕ ИСҠУЖИН

Бөгөн башҡорт педагогы, башҡорт милли мәғарифы өлкәһендәге йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995) Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужиндың тыуыуына 95 йыл тула. 

МӨХӘМӘТҒӘЛЕ ИСҠУЖИН
МӨХӘМӘТҒӘЛЕ ИСҠУЖИН

Мөхәмәтғәле Ғәли улы Исҡужин 1927 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Урта Мотал ауылында тыуа. 1954 йылда Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһы университетын уңышлы тамамлай. 1960 йылдан алып Өфөләге 1-се Башҡорт республика мәктәп-интернаты уҡытыусыһы булып эшләй. 1961 йылдан «Кабель» конструкторҙар бюроһы инженер-конструкторы. 1968 йылдан — Башҡортостан техник мәғлүмәт үҙәге начальнигы. 1970 йылдан Өфө «Молния» агрегат конструкторҙар бюроһы инженеры. 1972—1988 йылдарҙа Өфөнөң 20-се башҡорт урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1988—1995 йылдарҙа «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең милли мәғариф комиссияһында йәмәғәтселек башланғысында эшләй. 1995—2000 йылдарҙа «Аҡтамыр» халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеү башҡарма үҙәген рәйес булараҡ етәкләй. 2000 йылдың 22 февралендә Өфөлә вафат була һәм мосолман зыяратында ерләнә.
Мөхәмәт Исҡужин башҡорт йәмәғәтселеге юллап астырған Өфөнөң 20-се урта мәктәбе ата-әсәләр комитетын етәкләй, физика предметын уҡыта. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдарында «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге ағзаһы, «Аҡтамыр» ижтимағи ойошмаһы етәксеһе булараҡ, башҡорт милли балалар баҡсалары, мәктәптәре астырыу буйынса ойоштороу эштәре менән йәмәғәтселек башланғысында шөғөлләнә. Уның һәм фекерҙәштәренең фиҙаҡәрлеге менән Өфөлә 136-сы башҡорт мәктәп-лицейы, 140-сы башҡорт гимназия-интернаты, Күмертауҙа 13-сө башҡорт мәктәбе, «Айгөл» балалар баҡсаһы, Салауат ҡалаһында 25-се башҡорт гимназияһы һәм «Йәншишмә» балалар баҡсаһы асыла. Ул шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше концепцияһы» (1993) проекты авторҙарының береһе.
Мөхәмәт Исҡужин башҡорт милли мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре буйынса матбуғат биттәрендә үткер публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әсә телендә уҡытыу: бөгөн һәм иртәгә», «Туған телде өйрәтергәме, әллә туған телдә уҡытырғамы?», «Башҡортостан халыҡ мәғарифын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр» һ.б. мәҡәләләрендә автор туған телде уҡытыу менән бергә туған телдә белем биреүҙең башҡорт милли яҙмышы өсөн ни тиклем мөһим булыуын асып һала. Уның публицистик әҫәрҙәре вафатынан һуң «Аҡтамыр» исемендә айырым китап булып донъя күрә.
Башҡорт йәмәғәтселеге һәм яҡташтары Мөхәмәт Исҡужиндың исемен мәңгеләштереү буйынса күп изге эштәр башҡара: 2007 йылда Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейына Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелә.
Хәҙер үҙе юллап астырған Күмертау ҡалаһының 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбе Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия итеп үҙгәртелде, уҡыу йортоноң ишек алдында уға бюст ҡуйылды, 2008 йылда Күмертау ҡалаһы урамдарының береһенә Мөхәмәт Исҡужин исеме бирелде, тыуған Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында бер урам Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөтә, шулай уҡ Өфөлә Мөхәмәт Исҡужин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Педагог һәм мәғрифәтсе хаҡында китаптар, уның үҙенең публицистик мәҡәләләренән торған йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: