Все новости

Ҡылған эшең гел хаҡ булһын

Һай, иҫәүән-иҫәүән, булыр-булыр кеше, был тиклем һиңмай булмаҫ тип, үҙебеҙҙе үҙебеҙ әрләп ултырабыҙ. 

Ҡылған эшең гел хаҡ булһын
Ҡылған эшең гел хаҡ булһын
"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы үтте, уҡытыусыларыбыҙ һәйбәт кенә ҡатнашты, бары менән байрам, башҡа беҙҙекеләр юҡ тип тынысландыҡ та ултырҙыҡ. Ә Мирас кемдеке һуң? Ишдәүләтов. Яҡут егете түгелме ни? 
Өфөлә эшләһә ни, барыбер беҙҙеке, Юшатыр йылғаһы һыуын эсеп, Яҡут яландары буйлап йүгереп йөрөп үҫкән үҙебеҙҙең малай. 
«Мин мәктәпкә эшкә килгәнемә үкенмәйем, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашыу, белемде даими камиллаштырыу дәрт өҫтәй, матди яҡтан проблемаларым юҡ. Уҡыусыларымдың олимпиадаларҙа еңеү яулауын күреп ҡыуанам, уларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам», — ти үҙе Мирас Ишдәүләтов.
Конкурста еңеүе менән Көйөргәҙе районына ла дан килтерҙең. Афарин, Мирас, "Аҫыл егет ҡайҙа йөрөһә лә, ҡылған эше уның хаҡ булыр". 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: