Все новости

Хәтер кисәһе

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Кәрим Ғайса улы Ишбаевтың тыуыуына 85 йыллығына арналған Хәтер кисәһе үтте.

Хәтер кисәһе
Хәтер кисәһе

Осрашыу ваҡытында Кәрим Ғайса улы хаҡында профессор, фән докторҙары ауыҙынан йылы һүҙҙәр, яҡшы хәтирәләр әйтелде. Шундай бөйөк, кешелекле, әҙәпле, интеллегент уҡытыусым ҡулында белем алыуым менән бәхетлемен. Бөгөнгө көндә уның хеҙмәтен филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты, өлкән ҡыҙы Зөлфиә Ишкилдина дауам итә. Атайҙары, филология фәндәре докторының туған мәктәбе уҡыусылары бына нисә йыл башҡорт теле өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары өсөн профессор Кәрим Ишбаев исемендәге премия алыуҙы ла ойоштора Зөлфиә Кәрим ҡыҙы. Йылына бер тапшырылған ошо премия Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларын туған телгә, мәҙәниәткә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүгә этәрә.

Сания КҮЗБАЕВА, ветеран уҡытыусы, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы

Сания апайҙың хаты тулы килеш үткән һанда баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: