Все новости

Ләйсән ҡайҙа ла Ләйсән

Йәмле яҙ иртәһе этәрҙеме, һөйләшмәгәнгә айға яҡын ваҡыт үткән, бөгөн яҙҙыҡ. 

Ләйсән ҡайҙа ла Ләйсән
Ләйсән ҡайҙа ла Ләйсән

- Хәлдәрең нисек? 

Бәндә күңеле ғәжәп бит ул, ҡай саҡ ошо ике һүҙ генә лә етә, мине онотмағандар, тимәк, бик насар кеше түгелмен икән тип уйларға. Нисек уны онотаһың? Исеме лә яҙ шикелле - Ләйсән бит. Наҙ, сафлыҡ бөркөлә, ләйсән ямғыры кеүек илгәҙәк тә, яғымлы, йылы ла.
...Уның менән, район-ҡаланы ҡалдырып киткәне бирле, бәйләнеш өҙөлгәне юҡ, ысынында, "Юшатыр" гәзите яҡташтарҙы, улар ҡайҙа йөрөһә лә, онотҡаны юҡ - бер ҡандан, бер рухтан бит беҙ. Юҡ-юҡта, Лира Тереғоловаға, Илнур Туйгилдинға, тағы кемгәлер шылтыратып алабыҙ, йәл, һеҙ киттегеҙ тип, бер аҙ уфтанған саҡтар ҙа була - ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ. Һәм бына: Ләйсән Аҙнабаева. Ул, тоҡсайҙарын йыйып, киткән саҡта ла әйтеп ҡараныҡ: китмә! "Һин киткәнгә мин түҙермен, йөрәгем түҙер микән?" Далала елгән елде туҡтатып буламы ни - китте. Дөрөҫ, уны кирегә борорға беҙҙән башҡа ла тырышҡандар булған, хатта Күмертауға бер матур ғына урынға ла ҡоҙалағандар - юҡ икән юҡ инде, аптыратмағыҙ. Араны өҙҙө, фатирын да һатып, Өфөләргә тулыһынса күсенде лә китте. Әле башҡалалағы күп профилле һөнәри колледж директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Директоры кем? Ул да үҙебеҙҙең кеше. Яҡшымбәт егете Сынтимер Баязитов. Яңыраҡ ҡына тыуған ауылында матур итеп йырлап торҙо, күргәнһегеҙҙер.
Ниңә яҙғы иртә, ул нисек кенә матур булмаһын, саҡ ҡына моңһоуыраҡ бөгөн? Бергә, "Юшатыр" гәзите менән, башҡарған байтаҡ эштәр иҫкә төштө. Далалағы ел тигәйнек, Ләйсән Хәсән ҡыҙынан, ошо елдән кеүек, ҡасып ҡотолоп буламы ни, әйҙә шуны эшләйек, быны ойошторайыҡ тиер ине. Алға ҡарап ҡорған пландар ҙа байтаҡ ине... Йә, уларын нимә тип иҫкә алып торорға... Райондың ҡоролтай эше лә, ана, ул киткәне бирле һүнде лә ҡуйҙы, аҙаҡҡы ҡоролтай ултырышы (артҡа ауып ҡына китмәгеҙ) 2019 йылдың яҙында булған. Ләйсән әле беҙҙә булған саҡта.
- Эшем бында ла тынғыһыҙ, кисә киске унда ғына ҡайтып ауҙым, - Ләйсән ҡайҙа ла Ләйсән, - тиҙҙән өй туйлайым, кил....
Кешенең шатлығы - беҙҙең шатлыҡ, үҙебеҙҙекеләр бит ул, ҡайҙа ла мах бирмәҫтәр! Һиңә бына бында, Көйөргәҙе ерендә, туйлап-буйлап-дыулап, беҙҙең ерҙе еләҫләтеп, һуғарып йөрөргә ине лә бит....
- Көйөргәҙеләр бында әллә ни дәртле түгел, башҡа райондар, Күгәрсен, Әбйәлил, Баймаҡ райондары гел осрашып, аралашып тора, беҙҙекеләр был яҡҡа әллә ни юҡ. Әйҙә, осрашыу үткәрәйек, Өфөлә йөрөгәндәрҙе саҡырабыҙ, һеҙ киләһегеҙ, шәп булыр ине, ә?
Әлбиттә, шәп. Яҙған булһа, булыр был осрашыу.
- Малайым БДУ-ла, икенсе курста, уҡып йөрөй. Яҡутҡа ҡайтып торабыҙ. Шул.
Ләйсән - сафлыҡ, таҙалыҡты аңлата. Исемеңә торошло, ғүмерең дә шулай булһын. Саф, таҙа, яғымлы, йылы. Теләк шул.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: