Все новости

"Уны өлгө итеп ҡуям"

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлшат Хәйбуллина:

"Уны өлгө итеп ҡуям"
"Уны өлгө итеп ҡуям"

- Рөстәм башланғыс кластарҙа уҡығанда, йәштәштәре менән бергә "Йондоҙсоҡтар" бейеү ансамбленә шөғөлләнергә килде. Бик хәрәкәтсән, шуҡ ине, күрһәткән хәрәкәттәрҙе тиҙ генә отоп алып, күрһәтеп тә ҡуя ине. Матур, оҫта бейене. Уның шул һәләттәрен күреп, таланттарын артабан да үҫтереү өсөн ата-әсәһе баш ҡалаға хореография колледжына уҡырға бирҙеләр. Унда балаларҙы 5-се кластан алар, Рөстәм 6-ға барһа ла, уның булдырырҙай бала икәнен күреп, ҡабул итәләр. Бик күп физик көс, үҙ-үҙеңдең өҫтөндә ныҡышмалы эшләү
талап иткән уҡыуҙа һынатмай, уңышлы тамамлап, Башҡорт опера һәм балет театрына эшкә урынлашты. Яуаплы ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, Рөстәм 21 йәшендә генә "Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды. Күп илдәр сәхнәһендә бейеп, төп ролдәрҙе башҡарып, театрҙың әйҙәүсе солисы булып, тырышып эшләп йөрөй.
Республикабыҙҙың популяр балет солисы, тамашасы һөйөүен яулаусы Рөстәмебеҙгә "Халыҡ артисы" исемен биреүҙәренә беҙ, ауылдаштары, сикһеҙ шатбыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ.
Мин инде, уның уңыштарына икеләтә шатмын. Сөнки халыҡ артисы булған егетебеҙ, сәхнәлә беренсе аҙымдарын, мин етәкләгән Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң "Йондоҙсоҡтар" бейеү ансамблендә яһаны.

Матераил тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: