Все новости

Яҡшымбәт егете

Башҡортостандың Халыҡ артисы Рөстәм Исхаҡов:

Яҡшымбәт егете
Яҡшымбәт егете

- Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында, Айрат һәм Гөлфиә Исхаҡовтарҙың ғаиләһендә тыуып үҫтем. 5-се класҡа тиклем Яҡшымбәт ауылында уҡыным, шул осорҙа, Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы етәкләгән халыҡ бейеүе түңәрәгенә йөрөнөм, унда солист булдым. 

...Өфө ҡалаһына уҡырға килгәндә, еңелдән булманы, бәләкәй ҙә инем, 12-13 йәштәр тирәһе. Шул саҡ миңә атай-әсәй урынына ярҙам итеп, хуплап тороусы Фирҙәт ағай һәм Зифа апай Ғәлиевтарға ҙур рәхмәтлемен. Бөгөнгө көндә инде, үҙем ғаилә ҡороп, бәхетле ғаилә башлығы, атай булып йәшәйем, мине дәртләндереп, ҡанатландырып, ауыр саҡта ҡеүәтләндереп торған тормош иптәшем Еленаға, ғаиләмә шулай уҡ рәхмәтлемен.

Рөстәм Исхаҡов менән әңгәмә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: