Все новости

Беҙҙең Әсхәт

Яңы Морапталға уйламағанда тиерлек сығып киттек. 

Беҙҙең Әсхәт
Беҙҙең Әсхәт

Хакимиәт башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимов: әйҙәгеҙ, Әсхәт Таңатаровты тыуған көнө менән ҡотлап ҡайтайыҡ тигәс, һүҙен йығып булмай (кемгә тәтей бындай иғтибар?), икенсенән, Әсхәт Шәйхетдин улы - район, республикала билдәле шәхес, уның йортонда булыу, ҡулын ҡыҫыу, олуғ ағаның аҡыллы һүҙен ишетеү..... Ҡыҫҡаһы, сығып киттек.
Урал Дамир улы үҙе, йәнә бер Ибраһимов - Радик Әхтәм улы (ул Яңы Мораптал биләмәһендә оҙаҡ йылдар участковый булған, Әсхәт Таңатаров менән ун йылдан ашыу бергә эшләгәндәр), Киров хужалығы етәксеһе Дамир Байгилдин, силсәүит башлығы Асҡар Кинжәлиев. Һаумы ла һаумы  тип хәлдәр белешкәс, өҫтәл артына үттек. Бында.... Әллә туй көткәндәр, табында юҡ нәмә үҙе юҡ. Лилиә апайҙың ҡулдары бешергән ризыҡты ауыҙ иткән юҡ ине әле, телде йота яҙҙыҡ тиһәк тә хата булмаҫ. Туҫтаҡтар күтәрелде. Тостар әйтелде. Һәр береһе матур итеп әйтте, хет әле үк, бөтәһен дә йый ҙа, "Ҡотлауҙар өлгөһө" тигән китап сығар. 

- Әсхәт абый, һеҙ көсөргәнешле туҡһанынсы йылдарҙа колхозды һаҡлап ҡалған кеше. Һеҙ булмаһағыҙ, Киров әле булмаҫ ине. 
- Уууу, ул саҡта, - Әсхәт Шәйхетдин улы үҙе һүҙгә ҡушыла, - 1996 йыл, колхоздың 9 миллиард һумдан ашыу бурысы бар, эшселәр эш хаҡы алмай.... Дамир Таһирович, әле һине йәлләп тә ҡуям, өҫтөңә ҙур бурыс йөкмәттең, әле бына ямғыр яуҙы тип ҡыуанып ултырам, тимәк, иген була. Маладис һин, күреп торам, яңы техника алаһың, эште яҡшы алып бараһың. 
- Һеҙ бит, Әсхәт абый, мәктәп балаларын бушлай ашаттығыҙ, һыуға ла халыҡ өсөн түләнегеҙ, ә нисәмә кеше һеҙҙең арҡала яңы йорт һалып сыҡты! Йөҙҙән ашыу! Ә Юшатыр ауылын беҙҙең колхозға ҡушҡанда нимә булды - улар ярты йыл эш хаҡы алмаған кешеләр, аҙна буйы шатлыҡтарынан байрам итте лә ҡуйҙы ла баһа! Һанаһаң, һеҙгә контора ҡаршыһында һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Ә нисәмә йыл район Советы рәйесе йөгөн тарттығыҙ. 
Ҡатын-ҡыҙ ҡәҙере тураһында ла булды һүҙ, әлбиттә.
- Лилиә апай, һеҙ булмаһағыҙ, әлеге Әсхәт тә булмаҫ ине, рәхмәт һеҙгә. Уны бит бөтөн ауыл беҙҙең Әсхәт тип яратып әйтә. 
Әсхәт Шәйхетдин улы уңайһыҙлана, уны кем белә, әйтер: маҡтағанды яратмай ул. Фотоға ла төшмәйем тип бер булды. Күмәкләшеп саҡ күндерҙек. Шулай ҙа аҡһаҡалдың күңеле булды, рәхмәт, тине, мине ҙурлағанығыҙ өсөн. Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын. Эх, үҙемдең дә һаулыҡ саҡ ҡына яҡшыраҡ булһа, ҡарауылға булһа ла сығыр инем эшкә. 
4 кластан сөгөлдөрсөләргә ат менән һыу ташып, эшләп үҫкән малай ҙа ул.  Атты егергә буйы етмәй ине, - тип һөйләй апаһы, - аяҡ аҫтына түмәр ҡуя ла атты егә торғайны. Атайыбыҙ колхоз председателе булды, башҡалар сөгөлдөрҙө 1 гектар алһа, беҙгә 3 итеп ала ине. Бәләкәйҙән эшләтеп үҫтерҙеләр. 
Ирәйеп китеп ултырған бер сәғәт самаһы ғына ғүмер. Һәм ғүмергә етерлек аҡыл-фәһем. Ҡайтышлай уй килде: Әсхәттәр етмәй ҙә баһа хәҙер. Колхозым, илем, ерем тип янған ирҙәр. Ҡасан килеп сығыр икән беҙҙең әсхәттәр? 
...Сәләмәтлектән айырмаһын, Лилиә апай, балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән оҙаҡ йылдар, ошолай, ҡунаҡтар ҡабул итеп йәшәргә яҙһын. Тыуған көнөгөҙ менән, Әсхәт Шәйхетдин улы. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: