Все новости

Ҙур кеше

Уны ҡасан тәү тапҡыр күргәнбеҙ икән? Байтаҡ йылдар үткән инде.

Ҙур кеше
Ҙур кеше

Беренсе тапҡыр осрашҡанда, ул үҙе килеп ҡосаҡланы, әллә ҡасандан таныш кешеһеләй итеп, ни хәл, улым, тип белеште. Аптырап быға бағабыҙ: ниндәй бәләкәй генә бабай был?

- Атайым һуғыштан ҡайтып, бер нисә көн дә үтмәй, мырҙаһы һыуға батып үлә, шул уҡ ваҡытта мине трактор тапай. 7 йәшлек малайҙы. Был ат егә лә, мине арбаға һалып алып китә - Ермолаевкаға. Ике ай яттым мин унда. Аяҡтар һынғайны. Шунан бирле улар (аяҡтар) ҡыҫҡарып ҡалды, юғиһә, мин бер нисә сантиметрға булһа ла оҙонораҡ булыр инем.
Рәжәп абзый Юлбарисовҡа тиҙҙән 75 йәш. Ошо датаны самалап, бөгөн йортона барҙыҡ. 9 йыллыҡ комбайнер стажы булған малай, ни ғәләмәт менән атаҡлы доктор булып киткән, ниңә ул йәш, дәртле Тольятти ҡалаһындағы эшен, 3 бүлмәле фатирын ташлап, балаларын, ҡатынын алып, тыуған яғына, Мораптал дауаханаһының ҡыҫыҡ бүлмәһенә йәшәргә ҡайтып төшкән, Рәжәп Рамаҙан улын бөгөн нимә борсой, ниндәй пландар менән йәшәп ята - барыһы ла киләһе һанда гәзиттә баҫылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: