Все новости

Ҙур кеше

- Һеҙҙең дәрәжәләрегеҙҙе һанап та бөтөрөрлөк түгел. Ә шулай ҙа иң мөһиме һеҙҙең өсөн ҡайһыһы?

Ҙур кеше
Ҙур кеше

- 40 йәштә СССР-зың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 45 йәштә БАССР-зың атҡаҙанған табибы булдым. 55 йәштә Салауат Юлаев ордены бирҙеләр. Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев менән бергә алдыҡ. Улар бит бик бөйөк шәхестәр, ә мин ябай табип. Шуға ла улар эргәһендә оялып та йөрөнөм. Был награданы бирә башлағандан бирле һанаһаң, исемлектә мин 70-се инем. Мортаза Рәхимов минән һуң алды орденды. Был награданың дәрәжәһе лә ҙур ине, ә хәҙер бөтәһенә лә тараталар. 60 йәшемдә "Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре" энциклопедияһына кереттеләр, шунан инде хаҡлы ялға сыҡҡанда райондың Почетлы гражданины исемен дә биреп ҡуйҙылар. Тик былар барыһы ла "тәтәй" бит ул, минең өсөн иң мөһиме - халыҡтың ихтирамы. 44 йыл табип булып эшләнем, 38 йыл дауахананы етәкләнем ошо дәүер эсендә бер ялыу булманы минең эшемә. Яҡшымбәткә, Бабаларға, хатта Таймаҫҡа барһам халыҡ килеп иҫәнләшеп китә, шылтыратып хәлде белә. Бына ошо инде иң ҙур баһа.

- Дауахана өсөн дә күп эштәр башҡарҙығыҙ. Һуңғы төҙөкләндереү эштәре 2006 йылда башҡарылғаны хәтерҙә.

- Беҙҙең дауахана республикабыҙҙың көньяҡ райондары өсөн уҡыу базаһы булып торҙо. Үрнәк булырлыҡ дауахана булып һаналды. Мин эшләгән дәүерҙә дауаханала кәрәкле бөтә ҡорамалдар ҙа бар ине. Һаулыҡ һаҡлау министры менән аралашып торҙоҡ. Ул беҙҙең дауаханаға йыш ҡына килеп йөрөнө. Кәрәк икән академиктарҙы ла алып килде. Һуңғы төҙөкләндереү эшенә Мортаза Рәхимов 10 млн. 800 мең һум бүлде. 2010 йылда Мортаза Ғөбәйҙулла улы урынынан киткәс, бөтә нимәгә ҡараш үҙгәрҙе.

- Мораптал дауаханаһының әлеге ваҡыттағы хәле ауылда халыҡ кәмеү менән бәйлеме?

- Ауылда халыҡ кәмемәне. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа мөрәжәғәт иткәйнем. Тик ул мине аңламаны. Дауаханала 25-30 койка - урын ҡалдырһаҡ та, районыбыҙҙың ике ҙур хужалығы ярҙам ҡулы һуҙыр ине. Ошо хужалыҡтарҙа ғына 6 мең кеше һанала.

...Быйыл Башҡортостан райондарына 1600 табип талап ителә. Мин быны ишеткәс, тәгәрәп китә яҙҙым. Был һанды 54 районға бүлһәң, һәр районға 30 табип етмәй килеп сыға. Ауылдарға табиптар ҡайтмаясаҡ та, сөнки хәҙер көнө-төнө ҡаланың һәйбәт тормошон күрһәтәләр. Ә беҙ студент саҡта, ҡасан ғына уҡып бөтөп ауылға ҡайтабыҙ инде тип уйлай инек. Тағын бер нимә - ул районда шәхси клиника юҡ. Күмертауҙа дүрт, Мәләүездә биш тирәһе бар. Салауатта тағы ла күберәк. Йәштәр төп эштәренән һуң унда йүгерә, байтаҡ ҡына аҡса эшләй. Бына шулай итеп боҙҙолар йәштәрҙе. Улар бит ауырыу кешене ҡарамай, ә йүгереп эш сәғәтен генә үткәрә. Медицина аҡса эшләүгә генә китте лә барҙы. 

Рәжәп Юлбарисов менән әңгәмә тулы килеш гәзиттең йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: