Все новости

Терәк тә, таяныс та ине

Беҙҙең ҡәҙерле ағайыбыҙ Башҡортостан Республикаһы союзы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раил Фәтхелислам улы Байбулатовҡа бөгөн 85 йәш тулыр ине.

Терәк тә, таяныс та ине
Терәк тә, таяныс та ине

Ғүмер буйы матур, татыу бер-береһен аңлашып йәшәнеләр еңгәм менән ағайым. Раил ағайыбыҙҙың ғаиләһе барыбыҙға ла өлгө булып торҙо, беҙ уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәттәре менән һоҡлана инек.
Раил ағай 1972 йылда беренсе хикәйәләр йыйынтығын баҫтырҙы, балалар тормошон асыҡлай ине китабы. Алдағы йылдарҙа ла китаптары баҫыла башланы. Шул тиклем эшһөйәр кеше булды ул. Эштән ҡайта ла, кистәрен өҫтәл артында төнгә ҡәҙәр яҙыша ине. Ял көндәрендә лә сәғәт таңғы 4, 5-тә яҙыша башлай ине. Ял минуттарында баянда уйнар ине. Бигерәк матур уйнай ине гармунда, йырларға ла, бейергә лә оҫта булды.
Ағайыбыҙ асыҡ күңелле, һәләтле, ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә, ҡушылған эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған кеше ине.
Ул марксизм-ленинизм классиктарын, А. Фадеевтың "Разгром", Р.Б. Ахмедов, Я.М. Мостафиндың, М.А. Чвановтың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте һәм үҙен оҫта тәржемәсе итеп тә танытты. 

Фәнүзә СМАҠАЕВА (Байбулатова), Ира ауылы

Хат тулы килеш йома һанында баҫыласаҡ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: