Все новости

“Бәхетлемен”

- Районыбыҙҙың Почетлы гражданины исемен миңә тапшырғандары өсөн барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. 

“Бәхетлемен”
“Бәхетлемен”

Минең хеҙмәтемде күрә белгән кешеләргә, тәү сиратта Гөлназ Әҙеһәмоваға оло рәхмәтлемен. Скульптор һөнәре бик ҡатмарлы эш. Ул титаник хеҙмәт талап итә. Ысынында иһә һәр бер эшемдең артында күпме аҡыл, физик, мораль хеҙмәт ята. Районыбыҙҙа ла байтаҡ эштәр эшләнелде. Тиҫтәнән ашыу монументаль скульптура, барельефлы таҡтаташтар эшләнелде. Улар ябай түгел. Һәр береһе граниттан, мәрмәрҙән, суйындан, бронзанан ҡойолған. Һәр бер эшемде юғары профессиональ кимәлдә эшләргә тырышам. Ғөмүмән, мин бетондан, синтетик материалдарҙан бөтөнләй эшләмәйем, ҡабул итмәйем. Ошо эштәрҙең араһында төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барам. Тарих, мәҙәниәт, йолалар минең өсөн бик яҡын, мин унһыҙ йәшәй алмайым. Бар ғүмерем ошо эҙләнеүҙәрҙән тора. Үҙем Өфөлә йәшәһәм дә мин һәр саҡ үҙемде тыуған ауылым, тыуған яғымда тип хис итәм. Иртән уянғандан алып кискә тиклем тик шул бер уй менән йәшәйем. Шуның менән мин бәхетле, - ти Өлфәт Миниәхмәт улы.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: