Все новости

Ғүмерем балаларға бағышланды

Спорт ветераны Василий Копылов: 

Ғүмерем балаларға бағышланды
Ғүмерем балаларға бағышланды

- Күмертау ҡалаһындағы педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Молокан ауылы мәктәбендә эш башлап ебәрҙем, әрме сафтарынан йөрөп ҡайтҡас, трест «Кумертаустрой»ҙың физкультура комитетының рәйесе булдым. Шулай итеп минең спорт карьерам башланып китте. 18 йыл «Ҡарлуғас ояһы» лагеры директоры булдым. Барлыҡ ғүмерем балаларға, физик культураға бағышланды. Дүрт йыл Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен етәкләнем. 2008 йылдан алып район хакимитәнедә спорт комитеты рәйесе булдым. ГТО комплексын индереү хәрәкәте башланғас та Көйөргәҙе районы иң тәүгеләрҙән булып был эшкә тотондо һәм юғары күрһәткестәргә эйә булды. Шулай итеп бөгөнгө көнгәсә беҙҙе бер фестивалдә лә уҙып китеүсе юҡ. Нисәмә йыл йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәрҙең еңеүсеһе булып киләбеҙ. Бөгөнгө көндә ГТО буйынса тестирование үҙәге директоры Дмитрий Балянов һәм баш судья Александр Александров уңышлы эш алып бара. Марат Сәлиҡбаев беҙҙең ғорурлығыбыҙ, ул бөйөк кеше, тиһәм дә дөрөҫ булыр, уны бөтә илебеҙ белә. Мәскәүгә барып Рәсәйҙең атҡаҙанған тренерҙарына мастер класс та күрһәтеп ҡайтты. Шуға күрә «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу эшендә беҙҙең өлөш ҙур... 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: