Все новости

Йүгерәбеҙ, йөҙәбеҙ, шыуабыҙ

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Марат Сәлиҡбаев:  

Йүгерәбеҙ, йөҙәбеҙ, шыуабыҙ
Йүгерәбеҙ, йөҙәбеҙ, шыуабыҙ

- 2004 йылдан бирле Аҡһары мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләйем. Беҙҙең мәктәптә төрлө яҡтан һәләтле балалар уҡый. Йүгерәләр ҙә, йөҙәләр ҙә, саңғыла ла шәп шыуалар. 2015 йылдан алып ГТО кереттеләр. Ошо йылда уҡ беренселәрҙән булып беҙҙең уҡыусыбыҙ Эльвина Хәмитова Рәсәй чемпионы булды. Республикаға район намыҫын һаҡларға барған команда составында 8-е лә беҙҙең мәктәп уҡыусылары. Ҡышҡы фестивалдәрҙә беҙ гел абсолют еңеүсе, беҙҙең команданы үтеүсе юҡ. Республика чемпионы булғандар Рәсәй йыйылма командаһы составына керәләр. Быйыл йәйге фестиваль Нефтекама ҡалаһында үтте, беҙ күп балл йыйып 1-се урынды яуланыҡ. Ошо ярыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына Зарина Табилдина, Дания Биккузина, Глеб Янтураев керҙе. Улар 3 сентябрҙә Республика намыҫын яҡларға Ҡырымға бара. 

Материал тулы килеш бөгөн гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: