Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
24 Сентября 2022, 12:56

Бәхил бул, ағайыбыҙ

Бөгөн иртән данлыҡлы яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. 

Бәхил бул, ағайыбыҙ
Бәхил бул, ағайыбыҙ

Үлем һәр саҡ үкенесле була, ә бына быныһы.... Өлфәт ағай Ҡобағошовтың юбилейын 21 октябрҙә гөрләтеп үткәрербеҙ тип йөрөй инек тә баһа. 70 йәшен.

Ағайыбыҙ үтә ябай булды (күпме регалийҙары, даны булһа ла), донъялағы һәр биҙәккә ҡыуаныр ине. Матурлыҡты скульптор беҙгә - ябай кешегә - ҡарағанда нескәрәк тоя. 

Яңыраҡ Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины тигән исем бирелгәс, ҡалай ҡыуанғайны ағайыбыҙ, яҡташтары ҡулынан, бәләкәй булһа ла, бүләк алыу, уларҙың мәртәбәһен ишетеү, бәлки, уның өсөн мөһимерәк тә булғандыр. Ә бит уның күпме шөһрәте бар ине -  рәссам, скульптор, монументалист, күп һанлы проекттар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры...
Үлем үкенесһеҙ булмай.... Тик быныһы.... 
Бәхил бул, Өлфәт ағай. Рәхмәт барыһы өсөн дә. Һин үҙеңә тере сағыңда уҡ һәйкәл ҡойғайның. 
Ө.Ҡобағошовты иртәгә Таймаҫ ауылында ерләйәсәктәр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: