Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
16 Октября 2022, 12:00

Онотоу юҡ

- Миңə был тарихи мəлгə шаһит булыу бəхете тейҙе.

Онотоу юҡ
Онотоу юҡ

Ғөмүмəн, районыбыҙ халҡы барыһы ла бөйөк яҡташыбыҙ менəн ғорурлана. Сарала Илшат Йомағоловтың ҡатыны, апаһы Роза, дуҫтары, етəкселəр һəм башҡалар ҡатнашты. Барыһы ла уның рухын яҡты хəтирəлəр менəн иҫкə алды. Мин дə уның исемен мəңгеллəштереүҙə ҡатнашҡандарҙың барыһына ла районыбыҙ хакимиəте, халҡы исеменəн рəхмəт һүҙҙəрен еткерҙем. Уның бөйөк исеме онотолмаҫ, тарих биттəрендə мəңгелек һаҡланып, йəштəребеҙгə, килəсəк быуыныбыҙға ла танылыр.
Илшат ағай районыбыҙға ҡайтҡан һайын халыҡ менəн осрашты, ябай итеп, саф башҡортса аралашты. Уның ошо ябайлығына һоҡлана, ғорурлана инек. Илшат ағайҙың исеме лə есеменə тап килə. Яҡташыбыҙҙы беҙҙең онотаһыбыҙ юҡ.

Юлай Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

Стәрлетамаҡта булған тарихи ваҡиға тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: