Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
30 Октября 2022, 09:18

Алтын йөрәкле табип

Ришат ағайҙың еңеүе айҡанлы.

Алтын йөрәкле табип
Алтын йөрәкле табип

Ришат Вахитовҡа рәхмәтлебеҙ. 32 йыл элек ике йәшлек улыбыҙға операция яһаны. Врачтар ни эшләптер дөрөҫ диагноз ҡуя алманылар, беҙ ҙә йәшлек менән бүҫерҙе айыра алмағанбыҙ. Морапталға Рәжәп Рамазан улына алып барҙыҡ, ул беҙгә Ришат ағайға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Операция уңышлы үтте, улыбыҙ хәҙер атай кеше. Алтын ҡуллы, алтын йөрәкле белемле табиптар улар. Тыныс тормош, һаулыҡ - сәләмәтлек, рәхмәтлеләрҙең рәхмәттәре төшөп оҙаҡ бәхетле ғүмер, юбилейығыҙ ҡотло булһын Ришат ағай!

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы 

2017 йыл.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: