Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
30 Октября 2022, 09:14

ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮҘӘРЕ ИНЕ

Ришат ағайҙың еңеүе айҡанлы.

ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮҘӘРЕ ИНЕ
ЛАЙЫҠЛЫ ЕҢЕҮҘӘРЕ ИНЕ

Күптән түгел миңә тағы бер тапҡыр бала табыу йортонда - Күмертау перинаталь үҙәгендә ятып сығырға тура килде. Тәүҙә бала табыу йортон «Перинаталь үҙәк» тип үҙгәртеүҙәренә бер ниндәй ҙә әһәмиәт бирмәй торғайным. Үҙгәрткәндәр икән, ярай шулай кәрәк булғандыр, тип кенә уйлай инем. Баҡһаң, бер ҙә улай түгел икән дә...
Бына көтөп алған сабыйым донъяға ауаз һалды. Шатлығымдың сиге юҡ. Әммә табиптарҙың: «Бала бик ауыр хәлдә», - тигәне борсоуға һалды. Шул ваҡытта кисергәндәремде һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Кемдәр үҙҙәре шундай хәлдә булған, шулар ғына хәлемде аңлар. Минең бәхеткә, эргәлә бик яҡшы балалар табибтары һәм шәфҡәт туташтары дежурҙа ине. Улар ваҡытында кәрәкле саралар күреп, булдыра алғандың барыһын да эшләп, балама икенсе ғүмер бүләк итте. Был уларҙың дөйөм һәм лайыҡлы еңеүе ине. Мин барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында тип уйлайым, ә табиптар — Уның ярҙамсылары булып тора. Күмертау перинаталь үҙәгенең тәжрибәле табибы Галина Юхинаға; табип-неонатологтар Ольга Анисимова менән Альфира Исмәғилеваға; шәфҡәт туташтары — Зәлиә Ғәйнетдинова, Раушания Ҡансурина, Эльза Мифтаховаларға; Нәғимулла Миһранов етәкләгән Күмертау дауаханаһының хирургтар бригадаһына оло рәхмәтемде әйтәм.
Шулай уҡ айырым рәхмәтемде БР-ҙың атҡаҙанған балалар хирургы Ришат Вахитовҡа белдергем килә. Уның һөнәри оҫталығы арҡаһында беҙҙең сабыйыбыҙ иҫән ҡалды. Ришат Рәҡип улының балаларға һәм һөнәренә ҡарата ихлас һөйөүе, минең сабыйыма ғүмер бүләк иткәне өсөн рәхмәттәремдең сиге юҡ.
Рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлы изге фәрештәләр! Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм именлеге, һәр ваҡыт коллегаларығыҙҙың һәм етәкселегегеҙҙең иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем. Хәҙер инде аңланым: перинаталь үҙәк — ул ябай балалар йорто ғына түгел, ә интенсив терапияһы һәм реанимацияһы булған палата ла. Унда бик ауыр хәлдәге кескәйҙәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалалар.
Буласаҡ абитуриенттарға ла өндәшкем килә: һөнәр һайлаған саҡта, уның абруйы тураһында ғына уйламағыҙ, ә, ысынлап та, кешеләргә, йәмғиәткә, балаларға кәрәк булғанын һайлағыҙ. Шул ваҡытта ғына һеҙ донъялағы иң кәрәкле кеше буласаҡһығыҙ.
Хөрмәт менән ТӘНЗИЛӘ И.

2017 йыл. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: