Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
18 Декабря 2022, 09:54

Лирик йәнле физик

Миңнулла Әминов Шәбағыш ауылынан сыҡҡан аҫыл шәхес.

Лирик йәнле физик
Лирик йәнле физик

Бөгөнгө көндә Миңнулла Фәтҡулла улы ике балаһының ҡанат аҫтында, оноҡтарының уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Үкенескә ҡаршы, ғүмерлек мөхәббәте Натальяның мәңгелеккә ҡалдырып китеүе генә йөрәгендә төҙәлмәҫлек яра булып ҡала. Шиғриәт илендә үҙ юлын тапҡан физикты илһам ташламаҫ тигән өмөт бар.
Рафиҡ ӘМИНЕВ,
Баязит Бикбай исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты.

Хат тулы килеш үткән аҙнала гәзиттә баҫылды. 

Һинһеҙ, бәғрем

Илай-Илай
Алтын һибә
Көҙ юлдарға.
Яҙмыш һынай,
Тоҙҙар һибә
Яраларға.
Ҡушымта:
Һинһеҙ бәғрем,
Күптән инде,
Өмөт һандуғасы
Һуңғы йырын йырланы.
Һинһеҙ бәғрем,
Күптән инде,
Бәхет алмағасы
Бер ҙә сәскә атманы.

Ҡурлый-ҡурлый
Хушлашалар
Аҡ торналар.
Йөрәк һыҙлай,
Нисә айҙар,
Нисә йылдар.
Ҡушымта:
Мәрхәмәтһеҙ
Яна йөрәк,
Яна йылдар.
Мөхәбәтһеҙ
Ниңә кәрәк
Был донъялар.


Нимә икән ул бәхет?

Нимә икән ул бәхет?
Кемгәлер бейек тәхет,
Ҡомһыҙға алтын аҡса,
Сәспсиккә көҙгө баҡса,
Сирлегә иркен һауа,
Изгегә ахры заман.
Ысын бәхет нимә икән?
Әллә мөхәббәт микән?
Нәмә икән мөхәббәт?
Белмәгәнгә әкәмәт.
Йәштәргә бирә ғайрәт,
Ҡарттарға татлы хәсрәт,
Бәпескә һөтлө күкрәк,
Һөйгәнгә тоғро йөрәк.
Нимә икән мөхәббәт?
Белгәнгә лә әкәмәт.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: