Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
27 Декабря 2022, 10:44

МИНИСА БАКИРОВАҒА 75 йәш

Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова 1947 йылда Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуа. 

МИНИСА БАКИРОВАҒА 75 йәш
МИНИСА БАКИРОВАҒА 75 йәш

Мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый. 1970 йылда тамамлап, тормош иптәше Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрына эшкә ҡайталар, ә инде 1991 йылдан – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актрисаһы.
Актрисаның иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға” Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәң¬гелдәк”, Илшат Йомағолов), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йомағолов), Фатима, (“Насретдиндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миң-нуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина) һәм башҡалар.
Бөгөн Ниса Бакирова – Стәрлетамаҡ театрында бай тәжрибәле актриса ғына түгел, ә республика, хатта Рәсәй театр сәнғәте күгендәге яҡты йондоҙ, башҡорт сәхнәһенең примаһы ул. Әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә коллегалары араһында – ихтирамлы кеше!
Нисса Миңлевәли ҡыҙын ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Центр башкирской и татарской лит-ры им. А. Инана. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: