Все новости

Хәстәрлек

Уның йыш ҡына әйткән һүҙе "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ".

Хәстәрлек
Хәстәрлек
Кемдер һинең турала ҡайғыртып торһа, бигерәк рәхәт була (кемгәлер кәрәкмен икән), ә инде һүҙ был шәхес тураһында барғанда, был хәстәр һүҙҙәре уның ауыҙынан сыҡҡанда...

Рафиҡ Әминев. Ағайыбыҙҙың кем булыуын, нимәләр башҡарыуын теҙеп, уның яулаған үрҙәрен һанап тороу кәрәкмәй, аҙмы-күпме йәмғиәт менән ҡыҙыҡһынғаны, эсендә йәне бары барыһы ла яҡшы белә. 

Рафиҡ Ғибадрахман улының "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ" тигәненә барыһы ла һыя (тышҡа кәпәсһеҙ сыҡҡанды күргәнендә лә "Нимә эшләйһең" тип, атайҙарса, орошоп китеүе бар). Гәзиттә улай-былайыраҡ мәҡәлә сыҡһа ла шулай ти: "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ". Күпте күргән олпат, аҡыллы кеше бит ул, белмәй әйтмәй. 
Бөгөн ағайыбыҙға 70 йәш. Ҡайҙалыр китапта, энциклопедияла тыуған көнө яҙылмаһа, биллаһи, ышанмаҫ инек. Ағайға әле алтмыш ҡына тип йөрөй инек.
Юбилейығыҙ менән, ағай. Һеҙ халыҡҡа ныҡ кәрәк кеше - Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! 
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: