Все новости
Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ
20 Февраля 2023, 14:29

Еңелмәй йәшәргә булһын

Еңәме былар, юҡмы?

Еңелмәй йәшәргә булһын
Еңелмәй йәшәргә булһын
Кемгә хоккей ене ҡағылған, уға аңлатаһы түгел: матчты ҡарап бөткәнсе, ярты ҡартаяһың. Йәнде ашай салауаттар, инде генә арыу уйнап киттеме тиһәң, ерле юҡтан, яңғылышып, йәки әллә ниңә хәлһеҙләнеп еңелә лә ҡуялар. Аҙаҡҡы уйынды ғына ал: шайбаны керетә алмай ни сама ғазапландылар, ахырҙа, еңелделәр.
Әмир Миһран улы Солтангәрәев тә, беҙҙең күптәребеҙ шикелле, хоккей тип янған кеше. Һуңғы матчта ул да булды. Бер үҙе түгел, ейәне менән. Саҡ түҙеп ултырған ағайыбыҙ, әмәле булһа, боҙ майҙанына үҙе төшөп китеп уйнай башлар ине.
...Бөгөн Әмир Солтангәрәевтың тыуған көнө. Алда уйындар күп булыр әле, еңелгәне, еңгәндәре... Тормош уйынында отолмай йәшәргә булһын һеҙгә, ағай. Шайбағыҙҙы гел дөрөҫ һуғып, сәпкә тейеҙереп йәшәргә яҙһын. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: