Все новости

Ул - мәңгелек

Рафиҡ ағай өйҙән сығып мәктәпкә килгәнсе, юлда сәләмләшә, хәл белешә, һораша, кемгәлер кәңәш бирә, кемделер шелтәләй, кемделер маҡтай, кемделер хуплай.

Ул - мәңгелек
Ул - мәңгелек

Уның эргәһенән берәүҙең дә китәһе килмәй, тыңлағандан тыңлағы килә ине. Кешеләр уға магнитҡа тартылғандай тартыла ине. Бына шул ағай беҙгә класс етәксеһе булды. Шуның менән беҙҙең класс иң бәхетлеһе ине. Беҙ уны бик яраттыҡ. Класта 11 генә уҡыусы булһаҡ та абыйыбыҙға, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйек тип бик тырышып уҡыныҡ. Бөтәбеҙ ҙә юғары белемле уҡыусылар булдыҡ. Һәр беребеҙ хөкүмәт тарафынан юғары баһаландыҡ. Ғүмер буйына Рафиҡ ағай беҙҙең классты яратты. Ә беҙ унан да нығыраҡ яраттыҡ. Ул беҙҙең һәр беребеҙҙе үҙ балаһылай яратты, яҡты киләсәккә юлдар һалырға, ауырлыҡтар осраһа уны еңеп үтергә, тормошта үҙ урыныңды табырға, тик көс-тир түгеп эшләгәндә генә бар нәмәгә өлгәшергә мөмкин булыуын өйрәтте.
Уның дәрестәрен көтөп ала инек. Сөнки 45 минут эсендә күпме ер шарын тын да алмайынса урап сығыр инек. Күпме кеше ер йөҙөндә йәшәй, нисек йәшәй, байы, ярлыһы, спортсмендары, артистары, кем беҙгә дуҫ, кем- дошман, ҡайҙа байлыҡ, ҡайҙа уңдырышлы ерҙәр, урман-һыуҙар тураһында ҡыҙыҡтырып һөйләй ине. Ҡайҙа көлдөрә, ҡайҙа уйландыра. Эх,тағы ла бер тапҡыр ғына булһа ла уның тауыштарын ишетәһе ине тип һағынабыҙ.

Фирҙәүес ҒИСМӘТУЛЛИНА, Рафиҡ Сыртлановтың уҡыусыһы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: