Все новости

Бенефис

Кисәге сара уның ижади кисәһенә әйләнде лә китте.

Бенефис
Бенефис
Йәүҙәт УСМАНОВ. "Гимназия Һандуғасы" проектына 30 йыл, ваҡ-төйәк хәл түгел, оло ваҡиға, шунлыҡтан, был сараға байтаҡ кеше саҡырылғайны. Һәр береһе ниндәйҙер өлкәлә, күбеһе, әлбиттә, сәнғәт өлкәһендә, дан ҡаҙанған шәхестәр. Йәл, күбеһе килә алманы, әммә ҡотлау сәләмдәрен ебәрҙеләр - видеотрансляция аша. Йәүҙәт Әфғәнур улы менән Нур Туҡаев (урыны ожмахта булһын) уйлап тапҡан ошо конкурс аша үткән, унда еңгән йырсыларҙың һәммәһен һанап бөтөрлөк түгел, һәр береһе билдәле кеше, һаман булһа БРГИ-ны, "Һандуғасты" онотмайҙар, һағыналар  һәм абзыларына рәхмәт әйтәләр. 
...Миҙал таҡтылар. "Ал да нур сәс халҡыңа"! Йәүҙәт абзый, берсә күкрәгендәге миҙалға, берсә залға ҡарап, бер аҙ юғалып ҡалды, көтмәгәйнем, тине. Ә башҡалар көткән. Хатта ғәжәп иткән булған: ниңә ошо көнгәсә, был миҙалды уға бирмәй, һуҙып йөрөнөгөҙ?
Ҡотлайбыҙ! Артабан да нурҙарғыҙҙы сәсә-сәсә йәшәргә, эшләргә насип итһен, Йәүҙәт Әфғәнур улы! Тормош бенефисығыҙ дауам итһен. 
Автор:
Читайте нас: