Все новости

Аптыраш

БРГИ, барған һайын, аптырата.

Аптыраш
Аптыраш

Ыңғай мәғәнәлә аптырата, килгән һайын һине ниндәйҙер һәйбәт яңылыҡ көтөп тора.
Бына әле лә, директорҙары Шайморат Азамат улы экскурсия һымаҡ нәмә ойошторҙо. Һәйбәт хужа етеш донъяһын күрһәткәндәй, ғорур атлап алдан үҙе бара, ғорурлығы уныҡынан ҡалышмаған йәнә бер кеше бар - Ҡоролтай депутаты, атҡаҙанған төҙөүсе Хәйҙәр Ғайсин. Ул ошо мәктәпте төҙөгән кеше. Үҙе төҙөгәнде үҙе күреп, унан да бигерәк, маҡтағандарын ("бик шәп эшләгәнһегеҙ, бындай иҙән, бындай перилалар башҡа бер ерҙә лә юҡ") ишетеп, Хәйҙәр Миншәриф улы гимназияға үҙ исемен биргән кешеләй ҡыуанды. Әйткәндәй, БРГИға Мортаза бабайыбыҙ исеме бирелде, был хаҡта, әлеге көрәш турнирында, ҡат-ҡат иҫкә төшөрҙөләр, бабай рухы шат булғандыр, тибеҙ.
Ҡыуандырғаны ошо ғынамы? Юҡ. Бик шәп бер яңылыҡ бар. Ю. Шатунов кабинеты тиҙҙән яңырасаҡ, музей бүлмәһен күрергә, Юрийҙың фанаттары, әллә ҡайҙарҙан килеп, аптыратып бөтөр әле.
Был турала ла саҡ ҡына һуңыраҡ яҙылыр.

Автор:
Читайте нас: