Инде алырын алып, күмелә торған дан-шөһрәткә күмелеп бөттөләр (үҙҙәренә Мортаза Рәхимов исемен дә биреп ҡуйҙылар), әлегә етеп торор тип уйлаһаҡ...
Ю. Шатунов кабинеты тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк (йырсы был уҡыу йортонда уҡып киткән). Ысын мәғәнәһендә, меңдәр, ә бәлки, миллиондар килеп, һоҡланып ҡарар, фотоларға төшөр тарихи урынға әйләнәсәк. БРГИ-ға рәссам килгән. Әллә ҡайҙан, Күмертауҙа шундай-шундай уҡыу йорто, шундай-шундай кабинет барлығын белгән дә килгән дә еткән. Пермь крайынан. Үҙе Шатуновтың йәнатары икән. Оҫта ҡулдың һүҙе ҡыҫҡа - эште башлап та ебәргән.
Материал - киләһе һанда.