Все новости

Яҡты хәтер

Уның рәсеме бында мотлаҡ булырға тейеш ине.

Яҡты хәтер
Яҡты хәтер
Күмертау ҡалаһындағы БРГИ быйыл ғына уның исемен йөрөтә башланы. Яратҡан бабайыбыҙ - Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исемен. 
Элек Бабайҙың рәсеме, портреты бөтөн ерҙә торор ине, әле бына, кем уны ысынтылап ярата, хөрмәт итә, онотмай, шулар ғына, яҡты хәтер итеп, портреттарын һаҡлай (теге көн Мәләүезгә Атайсалға күргәҙмә менән килгән Мәмбәтҡол ауылы уҙаманы Минияр Хәйбуллиндың өҫтәлендә лә тора ине Мортаза Рәхимовтың портреты. Байтаҡ тарихи шәхестәрҙең рәсемен алып килгәйне ул, бары тик Р. Хәмитовтыҡы ғына булманы.
БРГИ-ла Ю. Шатуновтың исемен мәңгеләштереп йөрөгән рәссам Андрей Миляхов әле М. Рәхимов  кабинетын да булдырған. Бабайыбыҙ үҙенең аҡыллы ҡарашы менән ҡарап тора, әйтерһең, балаларға әйтә кеүек: һәйбәт уҡығыҙ, беҙҙең халыҡҡа белемле кешеләр күп кәрәк. 
Әйткәндәй, БРГИ директоры Шайморат Тимербулатов тиҙҙән М. Рәхимовтың һәйкәлен дә эшләтәм тип янып йөрөй. Баязит ағайҙың әйткәнен, саҡ ҡына үҙгәртеп, ошолай тиергә була: Ерҙә халыҡ йәшәй икән, Бабай ҙа йәшәй!
Автор:
Читайте нас: