Бөтә яңылыҡтар

Талмаҫ ҡанаттар насип булһын

Эшләгән изгелектәрең, төҙөгән мәсетең, күрһәткән иҫәпһеҙ ярҙамдарың үҙегеҙгә сауаптар булып ҡайтын!

Талмаҫ ҡанаттар насип булһын
Талмаҫ ҡанаттар насип булһын

Мәрүәр Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында 1955 йылдың 12 декабрендә Разия менән Әхтәм Ибраһимовтарҙың күп балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Яҡшымбәт урта мәктәбен тамамлаған йәш үҫмер үҙенән һуң бер-бер артлы үҫеп килгән өс ҡыҙ туғаны һәм ике ҡустыһына ярҙам итеү маҡсатында Күмертауға кирбес заводына эшкә инә. Бер йыл эшләгәс, ул Стәрлетамаҡта бухгалтерҙар әҙерләү курсын тамамлай ҙа Күмертауҙа һатыусы булып эшләй һәм шул уҡ ваҡытта Өфө ҡалаһында сауҙа техникумында ситтән тороп белем ала башлай. Намыҫсан, һәр ваҡыт үҙ эшенә үтә яуаплы ҡараған, яғымлы, эшсән Мәрүәр Әхтәм ҡыҙын һатып алыусылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, айырыуса хужалары хөрмәт итәләр, һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Уның абруйы артҡандан-арта бара һәм оҙаҡламай Мәрүәрҙе “Радиотауарҙары” магазинына етәксе итеп ҡуялар. Әлбиттә, тауарҙарҙы халыҡ һатып алһын, бөтә ерҙә лә тәртип булһын һәм бөтәһе лә ҡәнәғәт булһын өсөн уға һәр саҡ алһыҙ-ялһыҙ эшләргә тура килә.
Аллаһҡа шөкөр, намыҫлы хеҙмәт үҙенең баһаһын алмай ҡалмай, Мәрүәр Әхтәм ҡыҙының Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм Рәхмәт хаттарын һанап бөтөрөрлөк түгел.
Оло ихтирам менән һеҙгә сикһеҙ рәхмәттәр әйтеп,
Нурия ХӘЛИЛОВА

Материалдың дауамын гәзиттә уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас