Күмертауҙа Зөбәржәт апайҙың премияһы булдырылды

Был Ҡунаҡбай ҡыҙының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән

Күмертауҙа Зөбәржәт апайҙың премияһы булдырылдыКүмертауҙа Зөбәржәт апайҙың премияһы булдырылды
Күмертауҙа Зөбәржәт апайҙың премияһы булдырылды

Күмертауҙа булдырылған әҙәби премия күренекле шағирә, яҡташыбыҙ, Күмертау яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм Башҡортостан республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөбәржәт Нәби ҡыҙы Йәнбирҙинаның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.
Конкурстың маҡсаты – Күмертау мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән ҡала халҡын дәртләндереү һәм әҙәби ижадҡа ярҙам итеү.
Унда әҫәрҙәре рус телендә булған (проза, шиғриәт, публицистика),
18 йәштән алып профессиональ авторҙар һәм яңы әҙәбиәтселәр ҡатнаша ала.
Эштәр комиссия тарафынан ағымдағы йылдың 1 ноябренә ҡәҙәр ҡабул ителеп, йомғаҡтар 31 декабргә тиклем яһаласаҡ.
Документтар һәм ижади эштәр Күмертау ҡалаһы, К.Маркс урамы, 24а йорт (Күмертау ҡалаһының Үҙәк китапханаһы) адресы буйынса ҡабул ителә. Электрон почта: cbskumertau@yandex.ru
Премияны тапшырыу тантанаһы 16 февралдә, Күмертау ҡалаһына нигеҙ һалынған көндә буласаҡ.

Автор:
Читайте нас