Все новости
Демография
29 Мая 2018, 12:21

ЮЛДАРЫН ТАБЫР КӘРӘК

Һуңғы ваҡыттарҙа демографик хәл киҫкен проблемаларҙың береһе булып тора. Кисә районда үткән коллегияла ошо хаҡта ентекле һөйләшеү булды. Унда район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ауыл советтары башлыҡтары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл имамдары, ағинәйҙәр ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, аҡһаҡалдар ҡоро ҡатнашты.

Һуңғы ваҡыттарҙа демографик хәл киҫкен проблемаларҙың береһе булып тора. Кисә районда үткән коллегияла ошо хаҡта ентекле һөйләшеү булды. Унда район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, ауыл советтары башлыҡтары, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, ауыл имамдары, ағинәйҙәр ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, аҡһаҡалдар ҡоро ҡатнашты.

Райондағы демографик ситуацияға арналған коллегияны район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов алып барҙы. Тәүге сығышты район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова яһаны.

- Демография хәле Рәсәйҙә һәм республикабыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла борсоуға һала. Мәҫәлән, 2002 йылда районыбыҙҙа 26097 кеше йәшәһә, 2008 йылда был һан - 26415. 2018 йылдың башында ни бары 22985 кеше генә ҡалған. Тыуым да ҡыуандырмай: 2012, 2014 йылдарҙа тыуым яҡшы барһа, 2017 йылда барлығы 264 бала тыуған. Был һан 2014 йыл менән сағыштырғанда 110 тапҡырға аҙыраҡ. Иң күп тыуған балалар: ғаиләлә тәүге йә икенсе бала, ә өсөнсө һәм унан да күберәк балалар тыуыуы - ныҡ аҙ күренеш. Тыуымға йәш ғаиләләргә ярҙам итеү ныҡ йоғонто яһай. Төрлө программаларға ярашлы 106 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртты. 2010-2017 йылдарҙа федераль һәм республика торлаҡ программалары сиктәрендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу маҡсатында 53 йәш ғаилә социаль түләүгә 48,9 млн һумлыҡ сертификат алды. Ер участкалары ла алып тора йәш ғаиләләр. Икенсе балаға бирелә торған Әсәлек капиталына 2007 йылдан бирле районыбыҙҙа 1786 ҡатын-ҡыҙ сертификат алды. Шулай уҡ йәштәргә балалар пособиеһы ла, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие ла ярҙам булғандыр. Күп балалы ғаиләләр ике йылға бер тапҡыр бушлай мәктәп формаһы алыу хоҡуғына эйә. 2017 йылда күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 992 мең һумға 349 уҡыусы бушлай форма алды. Бындай ғаиләләрҙең 1-се класҡа барған балаларына уҡыу әсбаптары ла бушлай бирелә. Үткән йыл 78 уҡыусыға уҡыу кәрәк-яраҡтары тултырылған портфелдәр тапшырылды. Балалар баҡсаһына йөрөүсе балаларға ла ташламалар ҡаралған.

Районыбыҙҙа оло йәштәгеләргә лә иғтибар бүленә. Беҙҙә ете мең хаҡлы ялдағылар бар. Өйгә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге тарафынан 2015 йылда 327 оло йәштәге һәм инвалидҡа ярҙам күрһәтелһә, быйыл 292 кешегә. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшен ыңғай билдәләйҙәр, шулай ҙа оло йәштәгеләргә иң мөһиме иғтибар кәрәк.

Ғаиләләрҙең тарҡалыуы - эшһеҙлек,түбән эш хаҡы, йәшәү шарттары насар булыуы менән дә бәйле. Һуңғы ваҡытта никахһыҙ йәшәгән ғаиләләр күбәйеп, ЗАГСта яҙылышмаған ғаиләләрҙә сабыйҙар тыуыуы йыш күҙәтелә. 2017 йылда тыуған 264 сабыйҙың 25-е никахһыҙ тыуһа, 40 баланы яңғыҙ әсә тапҡан. Никахлашыу ҙа күпкә кәмегән. 2015 йылда 115 пар өйләнешһә, 2017 йылда был һан ни бары 101 генә. Һуңғы йылдарҙа һәр ауыл советында ла айырылышыуҙар һаны артҡан. 2017 йылда Зәк-Ишмәт ауыл советында 1 никах булһа, айырылышыу - 5. Ленин ауыл советында ла хәлдәр шулайыраҡ. Ә бына Мораптал, Яҡшымбәт, Керәүле-Илюшкин, Ермолаево ауыл советтарында никах айырылышыуға ҡарағанда күберәк булһа, һуңғы йылда ғына Яҡшымбәт менән Керәүле-Илюшкин биләмәләрендә айырылышыу бер аҙ артҡан. Барыбыҙ ҙа айырылышыу менән тыуым да кәмеүен яҡшы аңлай. Айырылышыу районыбыҙҙа ғына түгел, ғөмүмән илебеҙ буйынса проблема булып тора. Демографик хәл яҡшырһын өсөн, ғаиләләргә арналған төрлө саралар үтә. Күптән түгел районыбыҙҙа “Ғаилә” үҙәге лә асылды. Унда ғаиләләргә психолог ярҙамы күрһәтәләр, кәрәкле мәғлүмәттәр бирәләр. Үҙәк ағинәйҙәр ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре менән бергә районыбыҙ ауылдарында күсмә ултырыштар үткәрә.

Районыбыҙҙа бергә 50, 60, 70 йыл ғүмер иткән парҙарҙың юбилейҙарын үткәреү - оло ҡыуаныс. Үткән йыл 21 пар үҙҙәренең алтын юбилейҙарын билдәләне. Бындай күркәм сараларҙы үткәргәндә ауыл советы хакимиәте башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшселәр һәм район хакимиәтенән дә вәкилдәр булыуҙары мотлаҡ.

Демография хәленә халыҡ мәшғүллеге лә тәҫир итә. Районда 22985 кешенән эшкә яраҡлыһы - 12281. Ситтә эшләүселәр һаны 1558 кеше. Уларҙың 625-е республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында хеҙмәт итһә, 933-ө республикабыҙҙан ситтә оҙон аҡса эҙләй. Был хәл бигерәк тә Зәк-Ишмәт, Ермолаево, Илкәнәй һәм Мораптал ауыл советтарында күҙәтелһә, Таймаҫ, Свобода, Яҡшымбәт ауыл биләмәләрендә аҙыраҡ. Йылдан-йыл районға күсеп килеүселәр һанына ҡарағанда, ситкә китеүселәр күбәйә. Халыҡ тыуған ерен яратмауҙан сығып китмәй, ә эшһеҙлектән китеүҙәре эсте бошора.

Районыбыҙҙа демографик хәлде яҡшыртыу, үлемде кәметеү, ғаиләләрҙе һаҡлау, халыҡты ситкә ебәрмәү өсөн бергә ныҡлы эш алып барыу мөһим. Иҡтисад, төҙөлөш һәм архитектура бүлегенә яңы эш урындары булдырыу, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эш алып барыу, һаулыҡ өлкәһенә үлемгә юл ҡуймау, бала табыу, сәләмәтлек буйынса аңлатыу эштәре алып барыу, ауыл советтары хакимиәттәре башлыҡтарына, предприятие етәкселәренә, ойошмаларға ғаилә именлеген һаҡлау, опека органдарына, мәғариф бүлегенә етемлекте булдырмау буйынса профилактикалар үткәреү, йәштәр бүлеге белгестәренә, мәҙәниәт өлкәһенә, йәмәғәт ойошмаларына эскеселекте, суицидты бөтөрөү маҡсатында психик-социаль ярҙам күрһәтеү, мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенә, “Юшатыр”, “Куюргаза” гәзиттәренә ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау буйынса эш алып барырға кәрәк, - тине Люциә Тәлғәт ҡыҙы.

Артабан һүҙҙе Күмертау район үҙәк дауаханаһының баш врачы Олег Астахов алды.

- Бөгөнгө көндә районда “Земский доктор” программаһы буйынса Айсыуаҡ ауылында бер фельдшер эшләй, был программа буйынса эшләгән Зәк-Ишмәт ауылындағы фельдшер әлеге ваҡытта декрет ялында. Быйыл да был программала ҡатнашыу өсөн Керәүле- Илюшкин, Яҡуп, Михайловка ауылдары фельдшер-акушерлыҡ пункттарына заявка бирелде.

Көйөргәҙелә республика менән сағыштырғанда былтыр суицид кәмеүе ҡыуандыра. Иң күп үлемдең сәбәбе ҡан системаһы әйләнеше боҙолоуынан булһа, унан ҡала яман шеш килә. Һуңғы ваҡытта бигерәк тә Бахмут, Керәүле-Илюшкин, Илкәнәй, Мораптал, Отрада, Таймаҫ, Шәбағыш, Ермолаево ауыл советтарында үлем артҡан. Ир-аттарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда аҙыраҡ булыуҙары ла уйландырырлыҡ хәл. Үткән йылдың 1 ғинуарына ҡарата 11395 ир-атҡа 11965 гүзәл зат тура килгән. 2014 -2017 йылдарҙа 52-80 йәштәге ирҙәрҙең күпләп үлеүе күҙәтелә. Уларҙың 60 проценты эшкә яраҡлы көслө заттар. 2013-2017 йылдарҙа диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса һейҙек енес юлы система ауырыуҙары, ҡан әйләнеше системаһы, аш һеңдереү ағзалары сире артҡаны асыҡланды. Шуға барыһына ла диспансеризацияны мотлаҡ үтергә, ғөмүмән йыш ҡына тикшерелеп торорға кәрәк. Шулай уҡ район халҡын ҡала дауаханаһына һалмайҙар, тигән һорау күтәрелгәйне. Киреһенсә, һуңғы ваҡытта дауаханаларҙа район халҡының күпләп ятыуы күҙәтелә”, - тип һүҙен йомғаҡланы Олег Анатольевич.

Коллегия ултырышы аҙағында район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов: “Демографик хәлде насар, тип йыш әйтәбеҙ. Тик шул юлдан сығыу, яҡшыртыу юлын табыр кәрәк. Быларҙы беҙ бергәләп хәл итергә тейешбеҙ”, - тине



Рәжәп ЮЛБАРИСОВ, табип, Яңы Мораптал ауылы:

- Үлемдең күбәйеүе, бигерәк тә ирҙәрҙең күп үлеүе, балаларҙың аҙ тыуыуы, айырылышыуҙарҙың һаны артыуының барыһының да сәбәбе заманаларҙың бик ныҡ үҙгәреп китеүенән. Был бигерәк тә беҙҙең халыҡ өсөн ҡыйынға тура килде. Халыҡ колхоз-совхоздарҙа дәррәү эшләп, эшләгән өсөн тейешенсә аҡса алып өйрәнгән ине. Бер көн килеп, бының барыһын да юҡ иттеләр. Хәҙер аҡса эшләйбеҙ тип ир-егеттәребеҙ генә түгел, хатта, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа Себер сығып киттеләр. Унан улар ҡайтып та килмәйҙәр тиерлек. Ҡайталар ҙа китәләр, ҡайталар ҙа китәләр. Ныҡ арыйҙар, йонсойҙар. Айҙар буйы трактор-машиналарында йоҡлап, көнө-төнө эшләйҙәр. Дауаханаға ятмайҙар, сөнки уның өсөн больничный түләнмәй, эштән ҡыуылыуҙан ҡурҡалар. Ипотека, кредит түләйбеҙ тип тырышалар. Балаларҙы ашатыу, уҡытыу, кейендереү ҙә ҡыйынлашты. Кешеләр ҙур стресс кисерәләр. Нисек кенә тырышып эшләһә лә, улар үҙҙәрен үҙҙәре тәьмин итә алмай. Кеше үҙенең яҙмышына үҙе хужа түгел хәҙер. Мин эшләйем, мин йәшәйем тигән нәмә юғалды. Беҙҙең халыҡ эшләп өйрәнгән, алдау, урлау юлы менән кәсеп итә белмәй. Элек профсоюз кеүек халыҡты яҡлаусы ойошмалар булды. Ирҙәр — намыҫсан кешеләр. Ошо барлыҡ хәлдәр уларҙың ирмен тигән нәмәләрен бөтөрҙө. Кешене ышаныс йөрөтә, ә ул хәҙер юҡ. Эскелеккә лә шул уҡ сәбәптәр арҡаһында юлыға кеше. Бөтөн проблемаларҙан ҡотолорға, онотолорға теләп, үҙе лә һиҙмәҫтән эскелек һаҙына бата. Балалар аҙ тыуыуы ла, айырылышыуҙар ҙа шул уҡ сәбәптәргә бәйле. Ғаилә мөнәсәбәттәре үҙгәрҙе. Һәр кем үҙен генә уйлай, берҙәмлек бөттө.



Гүзәл Фәттахова, Новосибирск ҡалаһы:

- Северҙа эшләгән кешенән: «Һин Башҡортостанданмы?» - тип һорамайҙар, ә һин ҡайһы райондан тип һорайҙар. Бөтөн Башҡортостан шунда тир түгә, ипотека түләйбеҙ, тип. Татарстандан күренгән ирҙәр юҡ унда. Был Башҡортостанға ҙуууур минус ҡуя!


Мәрйәм ИСКӘНДӘРОВА, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, Яҡшымбәт ауылы:

- Яҡшымбәттә сит яҡтарға эшкә китеүселәр ул хәтлем күп түгел. Хәҙерге йәштәргә эше лә еңел булһын, аҡсаһы ла күп булһын. Колхоздағы эш хаҡына риза булмай, оҙон аҡса эҙләп ҡайҙалыр сығып киткән булалар ҡайһы берәүҙәр. Ауылда йәшәйем тиһәң, үҙегеҙ беләһегеҙ, бик күп эшләргә тура килә. Бигерәк тә ирҙәргә ауырға тура килә. Барыһы ла бер-береһе менән бәйләнгән — ауылда йәштәр ҡалмағас, өйләнешеүселәр һаны ла, балалар һаны ла кәмеүгә табан бара. Ауылдарҙа хәҙер күберәк ҡарт-ҡоро ла, бала табыу йәшенән үткән оло йәштәгеләр. Айырылышыуҙарға килгәндә инде, минең уйымса, йәштәр хәҙер ҡапыл ғына эшләргә күнеккән. Ҡапыл ғына өйләнешеп ҡуялар. Сәбәбе бармы, юҡмы, ҡапыл ғына айырылыша һалалар. Был уларҙың үҙһүҙлелеге көслө булыуҙандыр, балаларҙы бигерәк ныҡ иркәләтеп үҫтергәндәндер, тип уйлайым. Аллаға шөкөр, беҙҙең ауылда эскелек менән мауығыусылар күп түгел. Күбеһенсә, шул йәшел йылан менән дуҫ булғандар, яҡты донъя менән тиҙерәк хушлаша. Ундайҙар үлеп бөтөп тә бара инде.


Көйөргәҙе районы халҡы иҫәбе


1990 й. 23150 2005 й. 26039

1991 й. 23245 2006 й. 26208

1992 й. 23491 2007 й. 26430

1993 й. 23928 2008 й. 26415

1994 й. 23928 2009 й. 26369

1995 й. 24249 2010 й. 25160

1996 й. 24558 2011 й. 25094

1997 й. 24884 2012 й. 24957

1998 й. 25120 2013 й. 24555

1999 й. 25395 2014 й. 24186

2000 й. 25616 2015 й. 23798

2001 й. 25904 2016 й. 23617

2002 й. 26097 2017 й. 23360

2003 й. 26430 2018 й. 22985

2004 й. 25698




РАЙОНДА НИКАХЛАШЫУ ҺӘМ АЙЫРЫЛЫШЫУ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕ


Йыл никахлашыу айырылышыу

1930 88 0

1935 288 9

1940 123 0

1945 191 0

1950 402 0

1955 428 2

1960 503 8

1965 294 9

1970 303 25

1975 329 30

1980 439 46

1985 259 38

1990 309 34

1995 190 67

2000 173 59

2005 151 73

2010 178 94

2015 115 89

2016 85 71

2017 101 84

2018 йыл. 14 15

1-се квар.




РАЙОНДА МИГРАЦИЯ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕ


2009 й 2010 й 2011 й 2012 й 2013 й 2014 й 2015 й 2016 й 2017 й

Килеүселәр һаны 598 599 1025 1227 1095 1141 1243 1243 983

Китеүселәр һаны 646 616 1100 1601 1438 1533 1366 1421 1280

Үҫеш (+)

кәмеү («-») -48 -17 -75 -374 -343 -392 -123 -178 -297



Читайте нас: