Все новости
Демография
5 Февраля 2019, 13:47

ҠАҘАРМАЛАРҘАН ӨЛГӨ АЛҺЫНДАР!

Демография яғы аҡһай, кеше бала тапмай, тип яр һалабыҙ. Был яҡтан беҙҙең райондың Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылы халҡы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Демография яғы аҡһай, кеше бала тапмай, тип яр һалабыҙ. Был яҡтан беҙҙең райондың Кинйәбай (Ҡаҙарма) ауылы халҡы күптәргә өлгө булырлыҡ.

Үткән аҙна аҙағында ҡапыл ғына уйлап, Кинйәбай мәктәбенә барып ҡайтырға булдыҡ. Иң тәүҙә беҙ мәктәпкә һуғылдыҡ. 50-нән ашыуыраҡ йорто булған ауылдың башланғыс мәктәбендә бөгөнгө көндә 16 бала белем ала. Павловкала, Күмертауҙа белем алған өлкән класс уҡыусыларын да һанаһаң, бәләкәй генә ауыл өсөн балалар һаны арыу уҡ ҡына килеп сыға. Беҙ уҡыусыларҙың барыһын да тап итә алманыҡ, сөнки 1-се кластар каникулда, ҡайһы берәүҙәре ауырый ине. Мәктәптәре бәләкәй булғас, балалар коридорҙа уҡырға мәжбүр. Шулай уҡ бында әҙерәк һыуығыраҡ та икән, тәҙрәләрен шыптыр менән көпләп ҡуйғандар. Ярай әле район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге хәстәрлеге менән мәктәпкә йылы бәҙрәф эшләнгән.

Мәктәп мөдире Рәмзилә Рафаэль ҡыҙы Ғәббәсова:

- Яңы пластик тәҙрәләр әҙер ул. Икенсе аҙнала алып килеп ҡуйырға тейештәр. Беҙҙең ауылдың һәр ғаиләһе тиерлек күп балалы. Бына минең үҙемдең дә 5 балам бар. Яңыраҡ ҡына уҡыусылар менән Күмертауға барып ҡайттыҡ. Унда Боҙ һарайында конькиҙа шыуҙыҡ, музейҙа, кинотеатрҙа булдыҡ. Аҙаҡтан күмәкләшеп кафеға инеп ашап сыҡтыҡ. Күңелле ял иттек. Ауыл халҡын онотоп китәләр шул ҡайһы берҙә. Бына беҙҙә кәрәҙле бәйләнеш тотмай, шул мәсьәләне лә хәл итһәләр, яҡшы булыр ине, - ти.

Балалар баҡсаһына ла инеп сыҡтыҡ. Беҙ барғанда балалар төшкө аш ашап, йоҡларға ятырға ла өлгөргән ине. Мөдирҙәре Раҡыя Хөрмәт ҡыҙы Хисамова:

- Балалар баҡсаһына 14 бала йөрөй. Ҡаҙарма ауылында кешеләр күп бала табып тик ята, тиеүселәр күп ул. 3 бала күп буламы ни? Бер ҙә генә күп түгел. Беҙҙә, Аллаға шөкөр, барлыҡ ғаиләләрҙә лә 3-тән кәм бала юҡ. Шуға шатланып торабыҙ, - тип ҡаршы алды.

Ҡаҙармаларҙың шундай тырыш, ҡыйыу, дәртле, егәрле, өлгөр булғандары өсөн беҙ ҙә бик шатбыҙ. Башҡа ауыл халҡы ла һеҙҙән өлгө алһындар.
Читайте нас: