Все новости
Демография
18 Сентября 2019, 11:53

Башҡортостан Ҡоролай-Дәүләт Йыйылышында бала табыу проблемалары буйынса эшсе төркөм булдырылды.

Ил халҡы, шул иҫәптән, беҙ ҙә ныҡ кәмейбеҙ, бының менән нимәлер эшләргә кәрәк, бына был эшсе төркөм сираттағы алым, ошондай төркөмдәр булдырһаҡ, бәлки, кеше баланы күберәк таба башлар тиҙәрме икән.
Ҡоролтайҙағы был төркөм кисә ултырыш үткәрҙе, унда депутат Рима Үтәшева тиҙҙән беҙҙе ҡытайҙар баҫып аласаҡ та баһа, тип борсолдо.
Көйөргәҙе районында 2002 йылда 25 587 кеше йәшәгән булған, 2017 йылда - 23 360. Иң күп кәмеү Мораптал һәм Яҡшымбәт силсәүиттәрендә күҙәтелә. РФ Иҡтисад үҫеше министрлығы белдереүенсә, 2024 йылда районда 22,57 мең кеше буласаҡ, ә 2035 йылда — 20,6 мең.
Йылына 300 самаһы кешене юғалтабыҙ, нимә эшләргә икән? Бәлки, районда ла берәй эшсе төркөм булдырырғалыр?
Читайте нас: