Все новости
Демография
2 Февраля 2020, 14:20

Ныҡ кәмемәҫ

Ғәлиәсҡәрова Фәйрүзә Ғәзизйән ҡыҙы етәкләгән район статистика бүлегенең эше ныҡ артты - быйыл илдә халыҡ иҫәбен алыу була, ә эштең иң ауыры уларға төшә...

Ғәлиәсҡәрова Фәйрүзә Ғәзизйән ҡыҙы етәкләгән район статистика бүлегенең эше ныҡ артты - быйыл илдә халыҡ иҫәбен алыу була, ә эштең иң ауыры уларға төшә (етмәһә, үҙҙәрен өйрәнгән урындарынан әллә ҡайҙа күсереп ултырттылар, һаман күнегеп китә алмайбыҙ ошонда тиҙәр). Ситтән ҡарағанда ғына анһат: әҙәм балаһын өй беренсә йөрөнөң дә һананың да сыҡтың, был эштең мәшәҡәте ныҡ күп (йорт, урам адрестары дөрөҫ яҙылыу-күрһәтелеүе, кешенең уҫал эте булмауы, быларынан тыш йәһәннәм ҡағыҙ эше). Кисә йәнә лә бер эш өҫтәлде: социаль селтәрҙәр аша халыҡ араһында ағартыу эше алып барыу. Бының өсөн махсус вебинар тип аталған семинар үткәрелде (һай, сит ил һүҙҙәре, ҡалай матур, дәрәжәле яңғырай улар). Социаль селтәрҙә нисек яҙыу, нимә яҙыу, нисек ҡыҙыҡ итеп яҙыу... Һәр эштең үҙ әтнәкәләре була.
Беҙ һорайһы иттек: халыҡ иҫәбен алған мәлдә район халҡы тағы ла нығыраҡ кәмерме икән?
- Ныҡ кәмемәҫ, шул сама халыҡ барыбер ҡалыр. 2010 йылдағы перепись буйынса районда 25 мең кеше йәшәй ине, әле 22 мең тирәһе кеше булыр, тип иҫәпләйбеҙ, - ти статистика бүлеге етәксеһе Фәйрүзә Ғәлиәскәрова.
Әйткәндәй, статистика бүлегенә эшләргә кеше кәрәк, ҡулға төшкән эш хаҡы 14 мең һум. Бынан тыш, бөгөнгө көндән тағы ла ваҡытлыса эшләр өсөн кешеләр кәрәк, күп кәрәк - 56 кеше. Былары халыҡты һанап йөрөй торғандары була. Уларға ла аҡса түләнәсәк. Бында халыҡ менән уртаҡ тел таба, яуаплы, компьютерҙа һәм планшетта эшләй белгән тәжрибәле кешеләр ҡабул ителәсәк.
Резюме тултырыу өсөн Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 6 йорт адресы буйынса райондың статистика бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: (34757) 6-11-21, 6-11-22, 8-987-042-62-14.
Читайте нас: