Все новости
Демография
20 Сентября 2020, 21:00

Миләшкәйем

Рәмилә КУЖАҠОВА Иҫке Мораптал ауылы

Күҙ яуын алып ҡыҙарғас
Тәлгәшкәйе.
Көҙ еткәндә сәскә атты
Миләшкәйем.
Ниҙәр булды һиңә тиеп,
Һорамайым.
Был мәлеңде хәйерһеҙгә
Юрамайым.
Аңлайым мин, миләшкәйем
Хәлдәреңде.
Тыя(а)лмайым һис кенә күҙ
Йәштәремде.
Яҙған яҙмыштан уҙам, тип,
Абынғанһың.
Ғүмер ике килмәй бит, тип,
Ҡабынғанһың.
Миләшкәйем башын түбән
Эйгән кеүек.
Кисерегеҙ, яңылыштым,
Тигән кеүек.
Һин бирешмә, бармаҡ төртөп
Көлһәләр ҙә.
Хатаһыҙ түгел бит ерҙә
Кешеләр ҙә...
Рәмилә КУЖАҠОВА
Иҫке Мораптал ауылы
Читайте нас: