Яҡшымбәт – үҙе бер донъя, ауылдары күп, юлдары, бик шәптән булмаһа ла, оҙон. Байтаҡ кешеләрҙе, ялан-ҡырҙарҙы, ауылдарҙы байҡап сығырға өлгөргән Данил Акилов. Модулле ФАП-ты күреп иҫе киткән, күп балалы ғаиләгә лә һуғылған, урам-йорт исемдәрен күрһәткән табличкаларҙы ла үҙ күҙҙәре менән күргән. Төп һорауға- Яҡшымбәт Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерме – яуап ҡәтғи, пионерҙарса – һәр ваҡыт әҙер.