Дүрт бала тәрбиәләй улар, ғөмүмән, Кинйәбай был йәһәттән алға киткән ауыл - баланы күпләп табалар, иғтибар иткән кеше генә юҡ, мөмкин булһа, Ауыл-герой тигән исем бирергә була ине үҙенә. Юныс тракторҙа йөрөй, Юшатыр уның тураһында яҙғаны булды, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта ул, Кинйәбай халҡы уға рәхмәт уҡып бөтә алмай, шул хәтле егәрле, ҡар ергә төшөп тә өлгөрмәй, Юныс уны ҡырып та үтә.