

Нурия ШӘРИПОВА, Бахмут ауыл биләмәһе башлығы:
- Демография насар тигәндәренә бик ҡайғармайым, тормош цикл буйлап бара, бер аҫҡа төшә, бер өҫкә менә. Элек балаларҙы эйе, күп таптылар, хәҙер тапмайҙар. Тик был аҡса етмәгәндән түгел, кеше үҙе өсөн йәшәргә тырышыуҙан килә. Әле ҡарап тораһың, күп балалы әсәләр ҙә хатта йәки аҡса етмәй тигән ғаиләләр ҙә ауылдан ҡалаға такси яллап йөрөй. Һыуға түләргә тиһәң, аҡса юҡ, таксиға бар. Беҙ үҫкәндә кейем дә булманы, ашау ҙа ҡойто ғына ине, ә хәҙер, ҡарағыҙ, кеше нисек кейенә?
Фекер тулыһынса гәзиттең үткән һанында баҫылды.