

Елләй ерек, елләй ерек
Бирмәй ҡайынға ирек.
Ирһеҙ ҡатындар күбәйҙе,
Бирмәй ҡыҙҙарға ирек.
Аҙаҡҡы йылдарҙа Әсәлек капиталы бирә башлауҙың да фәтеүәһе юҡ һымаҡ. Ярай әле дөрөҫ ҡулланһалар уны, ә үҙ файҙаһына, эсергә тотонған ата-әсә лә юҡ түгел.
1988 йылда беҙҙең ауылда 6-7 кешенән торған чечен халҡы ферма ремонтланы, мин унда ҡырсын, ағас ташыным белорус тракторында. Улар минән һорайҙар ине: "Ниңә һеҙ мосолман түгелме ни? Айырылышыуҙар күп бит һеҙҙә. Беҙҙә улай түгел. Берәй тыуғаныбыҙ үлеп китһә, балаларын, ҡатынын ғаиләнән ситкә ебәрмәйбеҙ. Ҡарттар йорто ла юҡ", - тип...
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ, Яҡуп ауылы
Хат тулы вариантта йома һанында баҫылды.