

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
- Тыуым кәмеүенең төп сәбәбтәренең береһе лайыҡлы эш хаҡы булмауҙа һәм ярлылыҡтыр, шулай уҡ бар нимәгә лә хаҡтар артыуындалыр тип уйлайым. Етмәһә, килемдең үҫешенә бер ниндәй ҙә перспиктива булмауы уйландыра. Шулай уҡ тере аралашыу урынына онлайн популярлашыу ҙа быға үҙ йоғонтоһон бирәлер.
Үлемдең күбәйеүе һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең, медицинаның тейешле кимәлдә үҫешмәүендәлер. Дарыуҙар ҡиммәтләнеүе, ауырыуҙарға тәүге ярҙамды ваҡытында күрһәтә алмауҙары ла быға этәргестер.
Демография темаһына материал тулы килеш йома һанында донъя күрҙе.