Демография
15 Февраль 2022, 06:09

Булған да һуң ирҙәр!

Демографиябыҙ аҡһай, үлем күп, тыуым аҙ. Халыҡты ситтән килһен тип һыуәйҙәләйбеҙ - беҙҙең үҙебеҙҙең бик килеп сыҡмай, исмаһам, һеҙ республиканы тултырығыҙ.  Юғиһә, торараҡ, урамға сығып иҫәнләшерлек әҙәмде лә осрата алмаҫбыҙ. 

Булған да һуң ирҙәр!Булған да һуң ирҙәр!
Булған да һуң ирҙәр!

Ә бит борон баланы ҡалай ҙа тапҡандар - аҡса юҡ, тағы нимәһелер юҡ тип аптырап ятмағандар.
Фотола Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылы бәһелеүәндәре. Һуғыштың бар касафатын татыған быуын ирҙәре. Ирлек илде һаҡлауҙа ғына тормай, бала таба белеү һәләтенән дә тора - ысынлап та, ҡыйыу ирҙәр булғандар.

1979 йыл. Һулдан уңға (кем нисә бала атаһы):  1-се рәт: Ғатаулла Юлтаев - 5 бала, Закир Туйгилдин - 6 бала, Закир Кинйәкәев - 6 бала, Муса Ғайсин - 8 бала, Иҫәнбирҙе Ғәзиев - 2 бала, Өмөтбаев - 1 бала, Минеғәзиз Касаев - 5 бала, Сибәғәт Сөләймәнов - 8 бала, Юныс Абдулов - 4 бала, Тимерхан Абдуллин - 5 бала
2-се рәт : Роберт Хөсәйенов - 4 бала, Ғәйзән Хәлилов - 3 бала, Хәмит Ниғәмәтуллин - 4 бала, Ғ. Вәлитов - 5 бала, Ғөбәй Искәндәров - 7 бала, Ғәриф Хөсәйенов -7  бала. 
Әйтерлеге юҡ, афариндар! Йәл, уларҙың һәләте йәш быуынға күсмәгән. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас